Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 22:42

“Муса Мортазинға һәйкәл ҡуйырға кәрәк”

Республика Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты

Республика Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлап түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Сара республикала иғлан ителгән Баш­ҡорт тарихы йылына ярашлы үткә­релде. Түңә­рәк өҫтәл эшендә Милли архив директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы буйынса комис­сияһы рәйесе Азат Ярмуллин, Ростов өлкәһе һәм Мәскәү баш­ҡорттарының ҡо­ролтай етәкселәре Мәхмүт Сәлимов, Салауат Әхмәҙуллин, Учалы районынан ге­ройҙың яҡташтары, күренекле ға­лимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар Муса Морта­зиндың Башҡортостан тарихындағы әһәмиәтен һәм был сараның мөһимлеген билдәләне, шәхестең тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәттәр еткерҙе.

Билдәле прозаик, тарихсы, философия фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев ошо көн­дәрҙә донъя күргән легендар шәхескә арналған китабы тура­һында һөйләне. “Муса Мор­­тазиндың 125 йыллығына бә­ләкәй генә китап әҙер­лә­гәйнем. Биш йыл эсендә байтаҡ яңы мәғлүмәт туплап, ҙур йыйынтыҡ сығарҙым. Китапҡа мате­риал­дарҙы Учалы районы, республика һәм ил архивтары буйлап эҙләргә тура килде. Был – коллектив хеҙмәт, уға күптәр үҙ өлөшөн индерҙе”, – тип бәйән итте автор.

Ниязбай Сәлимов Муса Мортазиндың биография­һын­дағы “аҡ таптар”ға туҡталды. “Мәҫәлән, геройҙың тыуған ваҡытында ла, үлгән көнөндә лә аңлашыл­маусан­лыҡтар бар. Төрлө архив документтарында төрлөсә мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ Муса Мортазиндың шәжәрәһе лә ентекле өйрә­нелмәгән. Тимәк, эҙләнәһе эштәр, асыҡ­лайһы дәлилдәр бар әле”, – тине сығыш яһаусы.

Азат Ярмуллин Муса Мор­тазиндың яуҙаштары, арҡа­ҙаштары тураһында байтаҡ мәғлүмәт еткерҙе, уларҙың да исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәрҙе.

Мәхмүт Сәлимов геройҙың хәрби биографияһы һәм наградалары тураһында һөйләне.
Рәсәй Хәрби көстәренең үҙәк музейында В.Н. Яков­левтың “Ҡыҙыл командирҙар” тип исемләнгән картинаһы һаҡлана. Салауат Әхмәҙуллин унда Муса Мортазиндың да һүрәтләнеүен билдәләп үтте.

Спикерҙарҙың сығышынан һуң фекер алышҡас, резолюция ҡабул ителде. Унда Муса Мортазинға Өфө һәм Учалы ҡалаларында һәйкәл ҡуйыу, Учалы районы Көсөк ауы­лындағы Герой музейының матди-техник базаһын нығы­тыу, “Ҡыҙыл командирҙар” картинаһының күсермәһен эшләтеп, Милли музейға урынлаштырыу һәм башҡа тәҡдим­дәр индерелде.
Автор: Римма СОЛТАНОВА
Читайте нас: