Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 00:37

"Өлгөлө башҡорт ғаиләләре"нең еңеүселәре билдәләнде

Хәйбулла районынан Суриндар ғаиләһе конкурстың финалына сыҡты

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең концерт залында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Етегән” байрамына ярашлы “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Бында бөгөн бәйгенең лауреаттарын тәбрикләнеләр.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡоролтайы идеяһы менән 2016 йылда уҡ "Етегән" ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы булып башланған сара быйыл тәүге тапҡыр рәсми рәүештә бөтә республика статусы менән үткәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хуплап, бәйге ошо рәсми статусҡа эйә булғайны.
Финалға 10 ғаилә сыҡты. Бына улар - Миәкәнән Ғәниевтәр, Салауат районынан Сәйетғәлиндәр, Өфө районы Шамонин ауылынан Мәхмүтовтар, Учалы районынан Үҙәнбаевтар, Хәйбулланан Суриндар, Саҡмағоштан Ильясовтар, Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар, Өфөнән Шәғәрғазиндар.
Еңеүселәр өс номинацияла - "Ғаилә ҡиммәттәре", "Ғаилә оҫталығы" һәм "Ғаилә ижады"нда өсәр урын менән билдәләнде. Лауреаттарға 100, 50, 30 меңлек сертификаттар тапшырылды. Ырымбур өлкәһенән үҙҙәренең өс балаһы янына 17 баланы тәрбиәгә алған Сарбаевтар ғаиләһе махсус призға лайыҡ булды.
Береһенән-береһе татыу, уңған, талантлы ғаиләләрҙе тәбрикләү сараһы ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: