Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 17:30

КАМЕРАЛАР ҒҮМЕРҘӘРҘЕ ҠОТҠАРЫРҒА ТЕЙЕШ

/

Республикала юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү өсөн барыһы ла эшләнә.
Яңынан-яңы саралар ҡабул ителә. Уларҙың береһе – Башҡортостанда федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотовидеотеркәү өсөн йәнә 100 камера ҡуясаҡтар. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте. Уның белдереүенсә, былтыр республика юлдарында күп итеп камералар ҡуйылды һәм улар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте.
– Мин федераль трассаларҙа йөҙ камера ҡуйырға ҡуштым. Иң күбе кешеләр федераль трассаларҙа ҡыуа һәм үлә. Был – М5, М7 һәм Р-240. Бер кем дә ашыҡмаһын, камералар кәрәк. Тормош шуны күрһәтә – сәғәтенә 150 километр менән ҡыуған кешеләр күбендә ун минутҡа алдарҡ килеп етә, ә шул уҡ саҡта үҙенең һәм яҡындарының ғүмерен өҙөүө ихтимал, – тине ул.
Радий Хәбиров камералар ҡуйыу урындарын билдәләргә ҡушты. Был урындар аңлашыла – ҡайҙа ҡаршы һыҙатҡа сығалар, ҡайҙа күберәк бәрелешәләр һәм башҡалар.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kameralar--mer-r-e-ot-arir-a-teyesh-697820/
Читайте нас: