Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 22:24

«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсына йомғаҡ яһалды

Хәйбулла данын әүҙем, ижади ҡатын-ҡыҙҙар яҡланы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында V «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсының финал өлөшө үтте.
Бәйге уҙған йылдың 1 ноябрендә башланып, ике этапта – муниципаль һәм республика кимәлендә ойошторолдо. Конкурста еңеүселәрҙе «Ҡатын-ҡыҙ — мәҙәниәт», «Ҡатын-ҡыҙ — әсәй», «Ҡатын-ҡыҙ — лидер», «Ҡатын-ҡыҙ — ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге», «Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре» номинацияларында билдәләнеләр.
Республика конкурсында Хәйбулла данын әүҙем, ижади ҡатын-ҡыҙҙар, муниципаль этабы еңеүселәре яҡланы:
* «Ҡатын-ҡыҙ — лидер» номинацияһында – Оло Әбеш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, Әбеш ауыл Советы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Рәйсә Күскилдина;
* «Ҡатын-ҡыҙ — мәҙәниәт» номинацияһында – Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлназ Сурина һәм Оло Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе, «Йәйғор» балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Аҡсәскә Әбделмәнова;
* «Ҡатын-ҡыҙ — әсәй» номинацияһында – Оло Әбеш ауылында йәшәүсе күп балалы әсә, «Әсәлек даны» миҙалы кавалеры Рәзилә Илембәтова һәм Яңы Ергән ауылы мәктәбе тәрбиәсеһе Сәлиә Ҡоломбәтова.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашыусылар дипломы менән бүләкләнде. Бынан тыш, Рәзилә Илембәтова әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалау өсөн республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең почет грамотаһына лайыҡ булды, ә Рәйсә Күскилдинаға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың рәхмәт хаты тапшырылды.
фото:район хакимиәте
Читайте нас: