Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 23:27

"Ҡыҙҙар кластары менән тәмәке тарта..."

Ә улар ни бары 8-се класта уҡыйҙар...

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үтә күңелһеҙ темаға туҡталды. Уға хәбәр итеүҙәре буйынса республиканың ике мәктәбендә 8-се класта уҡыған ҡыҙҙар тәмәке тарта. Был йәһәттән ул республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинды киҫәтте.
- Миңә шундай сигналдар килеп етте, ике район мәктәбендә балалар күпләп тәмәке тарта. Эйе, беҙ айҙа йәшәмәйбеҙ, балаларҙа ла был насар ғәҙәт бар икәнлеген беләбеҙ. Тик ул ҡыҙҙар һәм бөтә класс менән булырға тейеш түгел бит. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ, бөтә кластан ике ҡыҙ ғына тартмай ти. Был ниндәй хәл? Бөгөндән унда тикшереү барасаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе хәлдең ниндәй мәктәптәрҙә икәнлеге тураһында әйтмәне. Унда бөгөн ябыҡ тәртиптә тикшереү юлланасаҡ. Һәм ысынлап та был хәлдәрҙең дөрөҫ икәнлеге асыҡланһа, министрлыҡ өсөн дә, мәктәп директорҙары өсөн дә ныҡлы тикшереү буласаҡ.
- Балалар бөгөн ҡатмарлы һәм агрессив донъяла йәшәй. Тик улар менән шөғөлләнергә, тәрбиәләргә кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.
Фото: spb.aif.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: