Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2021, 11:58

"Ыңғырашып үлгәндәрен онота алмай яфаланам..."

Омск ҡалаһы казармаһындағы фажиғәлә ауыр йәрәхәтләнгән Владимир Петровтың тормошо тураһында әлегәсә бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ ине...

Омск ҡалаһы казармаһында булған фажиғәнән һуң алты йыл үтте. Башҡортостанға ни бары ике генә һалдат иҫән ҡайтты. Рөстәм Нәбиевтең яҙмышын республика халҡы күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтеп бара, ә бына Владимир Петровтың тормошо тураһында әлегәсә бер ниндәй ҙә хәбәр булманы.
Яңыраҡ егетте дауалау өсөн хәрби госпиталгә килтергәндәр. Әйткәндәй, был дауалау учреждениеһына тиҙ генә эләгеү мөмкин булмаған. Унан яуап килмәгәс, Владимир Башҡортостан Башлығына үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Хәҙер ул госпиталдә реабилитация курсын үтә. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов десантсының хәлен белешергә килгән.
Бәләкәйҙән десантсы булырға хыялланған егет 2015 йылдың 11 июлендә хәрби ант бирә. Икенсе көндә үк әсәһе һәм өләсәһе улдарының нисек һауа-десант хеҙмәтенә ынтылғанын, хыялының тормошҡа ашҡанына шатланғанын иҫкә төшөрөп илаясаҡ... Өйгә ул дауаханаларҙа ун ай дауаланғандан һуң ғына ҡайта. Омск табиптары егеттең үҙ аяҡтарына баҫырына тәүҙә ышанмай, әммә хәл ампутацияға барып етмәй. Тик иҫке яралар һаман да үҙен һиҙҙереп кенә тора, алты йыл үткәндән һуң ул - йәнә дауаханала.
12 июль - Владимир өсөн икенсе тыуған көн һәм иптәштәрен юғалтҡан ҡайғылы көн. Емереклектәр араһында ятҡанда һалдаттарҙың нисек ыңғырашып үлгәнен онота алмай яфалана ул.
Казарма емереклектәре аҫтында тәүҙә 23, аҙаҡ дауаханала тағы бер һалдаттың ғүмере өҙөлә. Володя дүрт сәғәт буйы бетон плитәләр аҫтында ята, шулай ҙа иҫән ҡала. Ҡаты йәрәхәтләнгән егетте Омск өлкә дауаханаһына оҙаталар, операция яһайҙар, дауалайҙар, ә имгәнгән һул аяғын Мәскәү табиптары ҡотҡара. Әммә һыҙлауҙар үҙен әле лә һиҙҙереп кенә тора.
Десантсының хәлен белешергә килгән Ирек Сәғитов үҙенең хәрби хеҙмәт йылдары хәтирәләре, "ҡыҙыу нөктә"ләрҙәге иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. 2000 йылда хатта атаһын ерләргә лә ҡайта алмауы уның өсөн ғүмерлек үкенескә әүерелгән.
Республика һуғыш ветерандары госпиталенең неврология бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡарыусы Вилдан Вәлиев әйтеүенсә, егеттең хәле тотороҡланған, уны терәк-хәрәкәт аппаратын реабилитациялау өсөн башҡа бүлексәгә күсерәсәктәр.
Володя яңыраҡ өйләнгән, торлаҡлы булыу тураһында хыяллана, 24 ғаиләгә ҡайғы килтергән кешеләрҙең ғәҙел хөкөмгә тарттырылыуын теләй.
Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: