Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2021, 12:02

Иң яҡшы күрһәткес – беҙҙә

Рәсәйҙең Хәрби Көстәре рәттәрен 2020 йылда Башҡортостандан саҡырылған 9 меңдән ашыу һалдат тулыландырған.

Башҡортостан граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса Үҙәк хәрби округына ингән 29 ил субъекты араһында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә яҙылған хатты Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, генерал-полковник Александр Лапин ебәргән. Ул Радий Хәбировҡа саҡырыуға тиклемге әҙерлекте үткәреү һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү эшен һөҙөмтәле ойошторған өсөн рәхмәт әйткән.
Һөҙөмтәлә беҙҙең төбәк саҡырыу буйынса планды үтәп, ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурысты уңышлы башҡарған. Рәсәйҙең Хәрби Көстәре рәттәрен 2020 йылда Башҡортостандан саҡырылған туғыҙ меңдән ашыу һалдат тулыландырған.
Быйыл март-апрель айҙарында республика Үҙәк конкурс комиссияһы һайлап алыуында ҡатнашасаҡ, унда саҡырыу эше буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәре билдәләнәсәк.
Фото: newsbash.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: