Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2021, 12:07

Үҙ-үҙемә ҡул һелтәп ҡуйырғамы?

"Минең тапҡан аҡсаны туҙҙыраһың! Шул тиклем аҡса түләп, кем өсөн биҙәндең?!" - тип ярһығас...

Яңы ғына кейәүгә сығып, үҙаллы тормош юлы башлаған танышымдың һорауынан баҙап ҡалдым. Кем хаҡлы икән был осраҡта?

"Буласаҡ ирем менән тыуған көндә таныштыҡ. Әхирәтемдең егетенең дуҫы ине ул. Мәжлестә сибәр ҡыҙҙар күп булһа ла, ул алдан уҡ миңә иғтибар итте, - тип һөйләй башланы танышым. - Миңә лә оҡшаны ул сибәр егет. "Нишләп мин?" тигән һорауыма: "Һин иң сағыуы инең", - тип яуапланы. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң яратышып өйләнештек.



Бергә йәшәй башлағас та үҙемдең матурлығымды юғалтмаҫ өсөн косметологтарға, тырнаҡ эшләүсегә һәм бөҙрәханаға йөрөүемде туҡтатманым. Тик һөйгәнем, ниңәлер, быға ҡаршылаша башланы. Кем өсөн биҙәндең, ошо тиклем хаҡҡа нимә тип тырнаҡ буятаһың, сәсеңде осһоҙораҡҡа киҫтерһәң булмаймы, әхирәтеңдең бөҙрәханаһында бигерәк ҡыйбат, унда йөрөмә, тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетәм иремдән. Ә бит мин быларға үҙемдең аҡсамды сарыф итәм.



Дөрөҫ, иремдән күпкә аҙыраҡ эш хаҡы алам, әммә үҙемә етеп тора. Хәләлем, минең тапҡан аҡсаны туҙҙыраһың, тип асыулана. Йыш ҡына шул нигеҙҙә ирешә башланыҡ. Хәҙер аптырашта ҡалдым: кейәүгә сыҡтым, булды, тип үҙ-үҙемә ҡул һелтәп ҡуйырғамы? Әллә ирем мине яратмаймы икән, тип тә уйлап ҡуям. Үҙем унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем..."



Йәш кешегә ниндәй кәңәш бирергә бындай осраҡта?



Фото: pixabay.com

Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: