Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2021, 10:23

Биш айлыҡ сабый үлемендә кем ғәйепле?

/

Аяныслы ваҡиға кисә Белорет райондағы шәхси йорттарҙың береһендә була. Ата-әсә иртә менән биш айлыҡ сабыйҙарының үле кәүҙәһен күреп, шаҡ ҡата.
Карауатында ятҡан бала тын алмай, ул үлгән була. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары сабыйҙың тәнендә бер ниндәй ҙә криминал эҙ тапмаған, шуға күрә мәйетте суд-медицина экспертизаһына тапшырғандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йыл башынан ошондай өсөнсө осраҡ теркәлде.
Фото: miloserdie.ru
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bish-ayli-sabiy-lemend-kem--yeple-693344/
Читайте нас: