Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2021, 20:26

237 балаға бер йәш тә тулып өлгөрмәгән...

Улар төрлө сәбәптәрҙән үлгән.

Башҡортостанда былтыр бер йәшкә тиклемге 237 бала үлгән. Был мәғлүмәтте “Росстат” килтерә. Һандар ҡот осҡос кеүек күренһә лә, 2019 йылға ҡарағанда кәмеү бар. Ул йылда 256 сабыйҙың ғүмере өҙөлгән булған.
Былтыр республикала балалар үлеме күрһәткесе, тере тыуған 1000 сабыйға 5,7-не тәшкил иткән. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа түбәнерәк.
2020 йылда төбәктә тыуым да кәмегән. Ғинуарҙан декабргә тиклем 41180 сабый донъяға килгән. 2019 йыл менән сағыштырғанда, 851 балаға кәмерәк тыуған. Ул йылдың һандары – 42031 бала тыуған.
Фото: goodfon.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: