Пакистан биләмәһендәге Бадабер лагерындағы хәлдәр Афғанстанда хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн ҡот осҡос ваҡиға булып әле лә йөрәктәрен өтә.
Бадаберҙағы лагерҙа тотҡонда булған йәш һалдаттар араһында Туймазы районы Ҡамыштау ауылынан Радик Рәхимҡолов та була. Һуңынан уның ғаиләһе Ҡандра ауылына күсә.
Радик мәктәптә һәйбәт уҡый, ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы була. Уны хәрби хеҙмәткә 1979 йылдың 4 майында саҡыралар. Кире ҡайтмаҫын күңеле һиҙгәнме: егет гел генә гармунда уйнап, әсәһенә бағышлап йыр йырлаған...
Уны тура Үзбәкстанға, 56-сы гвардия-десант бригадаһына юллайҙар. Әҙерлек курстары үткәс, 1980 йылдың февралендә Афғанстанға ебәрәләр. Шул уҡ йылдың 12 апрелендә, ҡаты алыштар мәлендә, Пактия провинцияһының Ҡалай-Малай ҡышлағы эргәһендә ул ҡаты яралана һәм сержант Владимир Васильев менән бергә тотҡонға эләгә. Уларҙы Пакистанға оҙаталар. Бадабер тигән ерҙә дошмандарҙың ҙур лагеры була. Бында тотҡондар өсөн өс төрмә лә әҙерләнә. Әсирлектә улар биш йыл була.
Радикты 20 йыл дауамында хәбәрһеҙ юғалған тип уйлайҙар. Әсәһе Наилә апай уны көн һайын көтөп, һәр тауышҡа тертләп йәшәй.
Улының батырҙарса һәләк булғанын Наилә апай 2005 йылдың 9 майында ғына белә. Радик һәм уның яуҙаштары лагерҙа ихтилал сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тотҡондағы егеттәр дошманды еңә алмай. Ике көн дауамында барған алышта күптәр һәләк була. Шул иҫәптән яҡташыбыҙ Радик Рәхимҡолов та. Тотҡондарҙың маҡсаты – радио нөктәһенә барып етеп, үҙҙәре тураһында хәбәр итеү булған. Әммә...
Радик Рәхимҡоловты ауылдаштары, яуҙаштары онотмай. Ҡәбере алыҫ Пакистан ерендә булһа ла, батыр тураһында мәңгелек хәтер тыуған ерендә һаҡлана.
Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш мәлендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов орденын малайы урынына сәхнәгә менеп уның әсәһе - Наилә апай Рәхимҡолова алды. Геройҙың әсәһен зал баҫып алҡышланы.