Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 11:42

Иң оло хөрмәт - һуғыш ветерандарына

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Иҙрис Түләшев менән Фәтхулла Юламанов үҙҙәрен әле лә кисәге һалдат итеп тоя, көслө рухлы һәм ғорурҙар.

Йылдан-йыл арабыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйә бара. Шуға күрә бөгөн иң оло хөрмәт һәм ихтирам билдәһе тап уларға күрһәтелеүе лә аңлашыла.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Хәйбулла районының хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов менән ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һуғыш ветерандарының өйөндә булды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Иҙрис Түләшев менән Фәтхулла Юламанов ҡунаҡтарҙы һалдаттарса ҡаршы алды. Әле булһа ихтирамлы ветерандар үҙҙәрен кисәге һалдат итеп тоя, көслө рухлы, ныҡ һәм ғорурҙар.
Рөстәм Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын байрам менән ҡотланы, уларға ныҡлы сәләмәтлек һәм йәштәр араһында илһөйәрлек, ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ Иҙрис Әбделкәрим улына "Белоруссияны немец-илбаҫарҙарынан азат итеүгә - 75 йыл" исемле юбилей миҙалын күкрәгенә таҡты.
Беҙ ҙә Хәйбулла районының һуғыш ветерандарын байрам менән ҡотлайбыҙ һәм уларға имәндәй ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: