Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 11:54

Акцияларға ҡушылығыҙ!

19 – 23 февралдә республикала Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар уҙғарыла.

19 – 23 февралдә республикала Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Мәғариф ойошмаларында үткәрелгән “Туған ҡосаҡта” (“Родные объятия”) һәм #Яҡлаусыларыбыҙ (#НашиЗащитники) акциялары – шуларҙың иң сағыу һәм күләмлеһе.
“Туған ҡосаҡта” акцияһы нигеҙендә социаль селтәрҙәрҙә йәштәрҙең Ватанды һаҡлаған туғандарын: атай-олатайҙарын, өләсәйҙәрен, ағайҙарын ҡосаҡлауы сағылған видеояҙмалар һәм фотолар урынлаштырыла. Уларға һүрәтләмә, рәхмәт һүҙҙәре һәм дөйөм хештег теркәлә.
#Яҡлаусыларыбыҙ акцияһы бер нисә сараны үҙ эсенә ала. Шуларҙың береһе – байрам менән ҡотлауҙар. Юғары уҡыу йорттарында, һөнәри белем биреү ойошмаларында, мәктәптәрҙә көслө заттар курсташ, класташ ҡыҙҙарҙан ҡотлауҙар ҡабул итә, улар өсөн концерт ҡуялар, төрлө күңел асыу саралары ойошторола. #Яҡлаусыларыбыҙ флешмобында ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә видеолар урынлаштыра. Уларҙа уҡытыусы-гүзәл заттар коллегаларына ябай булмаған 2020 йылда бергә эшләгән һәм даими ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтә.
Акцияларға ҡушылығыҙ!
https://vk.com/wall-161882470_476
https://vk.com/wall-161882470_474
https://vk.com/wall-161882470_473
https://vk.com/wall-161882470_472
https://vk.com/wall-161882470_471
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Aktsiyalar-a-ushili-i-688917/
Читайте нас: