Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 10:27

"Һәр һалдат шулай эшләр ине"

Сержант Илнур Шәйхетдинов яралы иптәштәре янына медицина хеҙмәткәрҙәре үтә алһын өсөн алышты дауам итә, үҙе лә ныҡ йәрәхәтләнә...

Хәбәр итеүебеҙсә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҡаһарманлыҡ күрһәткән ете яҡташыбыҙға Шайморатов ордены тапшырылды.
Улар араһында Генерал-майор Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряд хәрби хеҙмәткәре Илнур Тәнзил улы Шәйхетдинов та бар ине. Сержант бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби заданиеларҙы үтәүҙә ҡатнашҡан.
2011 йылдың 4 майында Чечен Республикаһында яу ваҡытында уның иптәштәре яралана. Илнур Шәйхетдинов ярҙамға мохтаждар янына медицина хеҙмәткәрҙәре үтә алһын өсөн алышты дауам итә, үҙе лә ныҡ йәрәхәтләнә.
"Был аҙымымды батырлыҡ тип иҫәпләмәйем. Һәр һалдат шулай эшләр ине. Был - минең бурыс", – ти Илнур Тәнзил улы.
Генерал Шайморатов ордены Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән булдырылды. Ул ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: