Богданға ун йәш. Ул яратҡан шөғөлө ярҙамында үҙенә иғтибар йәлеп итергә лә өлгөргән – лего конструкторҙарынан Өфөнөң иҫтәлекле урындарын төҙөй икән.
Богданды конструктор менән былай ғына булышыу ялҡытҡан, һәм ул Республика көнөнә кескәй генә деталдәрҙән Дуҫлыҡ монументын тергеҙә. Артабан Богданды ҡатмарлы төҙөлөшө һәм гүзәл архитектураһы менән "Ләлә" мәсете әсир итә, малай уны төҙөргә тотона.
Киләһе иҫтәлекле урынды Богдан, ҡала халҡы үҙе һайлаһын, ти.
Ә һеҙ ун йәшлек Богдандың лего конструкторҙары ярҙамында төҙөлгән Өфөнөң ниндәй урындарының моделдәрен күрергә теләр инегеҙ?