Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ғаилә нигеҙенең һиҙелерлек ҡаҡшауы күҙәтелә. Парҙар араһында яуаплылыҡ тойғоһоноң кәмеүе лә, эшһеҙлек, эскелек, хыянат ҡылыу, йәбер-золом һәм башҡа сәбәптәре бар уның. Ғаиләлә көс ҡулланыу тигәндән, был да көнүҙәк мәсьәлә. Ошо йәһәттән Рәсәйҙә яңы ҡанун проекты һаман булһа әҙерләнә. Ул ҡабул ителә ҡалһа, туғандарына, яҡындарына көн күрһәтмәгән кешеләргә ҡаршы күп төрлө тыйыуҙар булдырыласаҡ. Мәҫәлән, ғаилә ағзаларына шылтыратырға, эшенә килергә, ситтәр аша элемтәгә керергә маташырға, атыу ҡоралы һатып алырға һәм ҡулланырға ярамай... Закон боҙоусыға ваҡытлыса үҙ өйөнән китергә тура килеүе лә ихтимал, хатта торлаҡ уның милкендә булһа ла. Элек сит илдәрҙә ғаиләһен ҡурҡытып тотҡан ирҙәргә ҡатындарына, балаларына нисәлер метрға яҡын килергә ярамай тигәнде уҡып, аптырай торғайныҡ. Хәҙер шул ғәмәлдең беҙҙә лә индерелеүе мөмкин.