Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 10:41

“Геройлыҡ ҡылам тип уйламаным...”

Шайморатов ордены менән бүләкләнеүселәр араһында гүзәл зат вәкиле лә бар

Ҡаһарманлыҡ күрһәткән ете яҡташыбыҙ Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Шайморатов орденына лайыҡ булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Генерал Шайморатов ордены Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән булдырылғайны. Награда ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Шайморатов ордены менән наградланғандар араһында гүзәл зат вәкиле лә бар. Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәк-ара уҡыу үҙәгенең өлкән инспекторы Анастасия Александровна Денисова былтыр 4 ноябрҙә янған йортта ҡалған 14 һәм 11 йәшлек балаларҙы ҡотҡарған.
"Быны мин артыҡ ҡаһарманлыҡ тип баһаламайым. Ул ваҡытта ниндәйҙер геройлыҡ ҡылам тип тә уйламаным. Иң мөһиме - балаларҙы ҡотҡарыу ине. Шайморатов ордены күп нәмәгә бурыслы итә", – ти Анастасия Денисова.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: