Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 10:15

“Билингвтар тормошта юғалып ҡалмай”

Билингвизм, йәғни ике теллелек күренеше менән күптәребеҙ яҡшы таныш. Мәҫәлән, беҙҙең гәзитте алдырып уҡыусыларҙың башлыса барыһы ла – билингвтар

Билингвизм, йәғни ике теллелек күренеше менән күптәребеҙ яҡшы таныш. Мәҫәлән, беҙҙең гәзитте алдырып уҡыусыларҙың башлыса барыһы ла – билингвтар. Мәскәү ҡалаһындағы М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Мәскәү ҡалаһының Башҡорт этно-мәҙәни клубы етәксеһе Ләйсән Әхмәҙуллина менән әңгәмәбеҙ ошо күренештең әһәмиәте, балаларға туған тел өйрәтеү нескәлектәре тураһында.

– Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы, был тема менән ныҡлап ҡыҙыҡ­һынған, ошо йүнәлештә эш алып барған кеше булараҡ, билингвизм тө­шөнсәһен ентеклерәк аңлатып үтһәгеҙ ине.
– Билингвизм – кешенең ике телде бер ки­мәлдә яҡшы белеүе, уйлай, фекерләй, аралаша алыуы. Бөгөн Рәсәй халҡының 20 проценты самаһы ошондай мөхиттә йә­шәй, йәғни дәү­ләт теле булған рус теленән тыш, туған телендә лә ара­лаша. Донъя күләмендә алып ҡарағанда ла билингвизм – бик киң таралған күренеш. 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан халҡының яртыһы тиерлек ике һәм унан күберәк тел белә, ул телдәрҙә иркен аралаша.

– Белеүебеҙсә, һеҙ баш ҡа­лабыҙ Мәскәүҙә балаларға баш­ҡорт телен өйрәтеү, башҡортса аралашыу өсөн мөхит, туған телгә ҡыҙыҡһыныу булдырыу йәһәтенән эш алып бараһығыҙ.
– Эйе, Мәскәүҙә 2017 йылдан төр­лө йәштәге балалар төркөм­дә­рендә башҡорт телен өйрәтеү эше алып барыла. Башланғыстың маҡ­саты – бе­лем биреү өлкәһендә мил­ли компоненттың булмауын өлөшләтә булһа ла тулыландырыу. Дүрт йәшкә тиклемге бәләкәстәрҙе туған тел һәм милли-мәҙәни мөхит менән таныштырабыҙ. Дүрт-алты йәш арауығында төрлө ҡыҙыҡлы алымдар, спектаклдәр, йырҙар ярҙа­мында туған телгә иғтибарҙы арттырабыҙ. Мәктәп уҡыу­сы­лары телде етдирәк алымдар менән өйрә­нә, үҙ халҡының тарихы, әҙә­биәте менән таныша.

Дә­рес­тәрҙә ҡыҙыҡлы материалдар, күнекмәләр, уйындар ярҙа­мында балаларҙа туған телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, ошо тышҡы мотивация эске мотивацияға килтерһен, улар өсөн киләсәктә үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә этәргес булһын тигән теләкте маҡсат итеп ҡуябыҙ.

– Билингвизмдың ыңғай яҡтары нимәләрҙә сағыла?
– Дөйөм алғанда, билингв­тарҙың аҡыл ҡеүәһе, аҡыл эшенә һәләтлеге көслөрәк була. Улар бер юлы ике әйбергә иғтибар бүлә ала. Тормошта маҡсатҡа ынты­лыу­са­ныраҡ һәм иғтибарлыраҡ булыу­ҙары менән айырыла. Билингвтарға эштәрен планлаштырыу, көндәлек мәшәҡәттәрҙе хәл итеү, ауыр хәлдән сығыу юлын табыу еңе­лерәк бирелә. Ике телле кешенең уйҙары нығыраҡ тәртипкә һалынған була, улар тормошта юғалып ҡал­май, аҡыл көсөргәнешен еңелерәк ки­серә. Күп кенә билдәле яҙыусы­ларҙың билингв булыуы билдәле. Тағы ла уларҙың хәтере яҡшыраҡ була, сөнки ике телдә уйлау, бер телдән икенсеһенә күсеү – мейе өсөн яҡшы күнекмә. Билингвтарға яңы телдәр өйрәнеү еңел бирелә, шулай уҡ уларға образлы фекерләү хас.

– Ике телгә өйрәтеүҙе нисә йәштән башлау отошло?
– Белгестәр билдәләүенсә, йөклөлөктөң һуңғы өс айы һәм сабыйҙың бер йәшкә тиклемге мәле өн һәм һүҙҙәрҙе ҡабул итеү йәһәтенән иң әһәмиәтле осор һанала. Бала тыуғанда донъялағы барлыҡ өндәрҙе – 160-ҡа яҡын өндө ҡабатлау һәләтенә эйә, тиҙәр. Әммә мейе уны мөхиткә (тәү сиратта – ғаиләгә) ярашлы итеп көйләй. Бер–өс йәш арауығында ике телде үҙләштереү параллель рәүештә бара. Ғәҙәттә, өс йәшкә тиклем билингвтар телдәрҙе бутауы ихтимал, әммә биш йәш тирәһендә бер телдән икенсеһенә аңлы рәүештә күсә башлай.

Әгәр бер тел пассивҡа әйләнһә, нимә эш­ләргә? Мәҫәлән, бала баҡ­саға барҙы һәм русса ара­ла­шыуға күсте, ти. Ул ата-әсәһенә рус­са яуап бирә, әммә туған те­лендә әйтелгәнде аң­лай. Бындай осраҡта телде белеүгә мотивация тыуҙы­рыу мөһим. Бала, ғөмүмән, кеше ни өсөн һөйләшә башлай? Сөнки был – йәшәү өсөн мөһим талап, шарт. Әгәр Рәсәй шарттарында йә­шәгән бала рус телен белһә, башҡа телде белеү йәшәү өсөн мөһим тәбиғи талап булыуҙан туҡтай. Шуға күрә бындай осраҡта мөхит һәм аралашыу ихтыяжы (тәү сиратта – ғаиләлә) мотлаҡ талапҡа әйләнә.
Тел өйрәнеүҙә, телмәр үҫе­шендә ишетеү, кү­реү, тойоу каналдары ҡулланыла, йәғни ке­шенең теле күреп, ишетеп, әйбер­ҙәрҙе тотоп ҡарап асыла. Башҡа телде өйрәнгәндә лә ошо өс компоненттың берҙәмлеге мөһим. Шулай уҡ алда әйткәнемсә, мөхит һәм аралашыуға ихтыяж, эске һәм тышҡы мотивация, ҡыҙыҡһы­ныуҙың булыуы мотлаҡ.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште
Читайте нас: