Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2021, 16:38

Туған телеңдә диктант яҙ!

/

2021 йылдың 20 февралендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Сара онлайн рәүештә ойошторола, текст уҡылған видеояҙма https://bash-mir.ru/ сайтына ҡуйыла. Башҡорт телендә диктант яҙыу өсөн ябай ҡағыҙ ҡулланырға йә иһә беҙҙең сайттан махсус бланк сығарып алырға мөмкин. Диктант яҙғандан һуң уның сканын йә иһә яҡшы сифатлы фотоһүрәтен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Һеҙҙең хатҡа яуап итеп ҡатнашыусы сертификаты ебәреләсәк. Диктант һөҙөмтәләре БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында урынлаштырыласаҡ.
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-l-m-t/Tu-an-tele-d-diktant-ya-685239/
Читайте нас: