Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2021, 16:25

"Миңә бәпесте бирмәйҙәр..."

/

“Ейәнем тыуҙы!” - тип һөйөнсөләне күршем. Ихлас итеп ҡотлап, бәләкәскә һаулыҡ теләнем.
Ике-өс ай самаһы ваҡыт үткәндер, автобус туҡталышынан өйгә табан бергә ҡайттыҡ. “Шунан, бәпес үҫәме? Беренсе ейән танһыҡтыр инде, яратып туймайһығыҙҙыр әле...” – тип хәлдәрен һораштым.
– Әллә инде... – тип тымып ҡалды күршем. Унан тағы һүҙ башланы.
– Өлкән улымдың балалары булманы, ә быныһы – кесеһе – 32 йәшкә тиклем өйләнмәй йөрөнө. Шуға күрә ейәнем, әлбиттә, танһыҡ. Машина менән бер көнгә булһа ла килеп ҡайтығыҙ тиһәм дә, бәпес менән йөрөмәйбеҙ, тинеләр. Үҙем дә артыҡ борсоманым, йә ауырып китер, тинем. Башта барып хәлдәрен белә инем, бер ай самаһы йөрөгәнем юҡ. Килен минән бәпәйен әллә ҡыҙғана, әллә башҡа сәбәп... Ҡулымда бәүетеп һөйгөм, бәпес еҫен еҫкәгем килә, тик миңә тоттормайҙар шул. Бер барғанымда уянып, тауыш биргәс, карауатынан күтәреп алғайным, кухняла йөрөгән киленем йүгереп сығып, ҡулымдан тартып тигәндәй алды. “Аҙ ғына тотоп ултырайым инде”, – тигәйнем, “Юҡ, йә төшөрөп ебәрерһегеҙ”, – ти. Туптай булып үҫеп килгән баланы төшөрөп ебәрергә мин әле ҡарт әбей ҙә түгелмен, саҡ 65-кә аяҡ баҫтым. Нимә тиергә лә белмәйем. Әйтһәм, киленем менән ара боҙолор тип ҡурҡам. Сабыр итергәлер... Бәлки, бәпәй үҫә килә килен дә үҙгәрер...
– Ярай, барыһы ла яҡшы булыр. Бәпесе аҙыраҡ үҫеп, иҫ белә башлаһа, ҡулым ял итһен тип, үҙе алып килеп тотторор әле, – тигән булдым инде күршемде йыуатып... Ә һеҙ был осраҡта нимә тип әйтер инегеҙ?
Фото: skorohod-nn.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mi--b-peste-birm-y-r-682379/
Читайте нас: