Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2021, 16:34

Фатир һатылған, аҡса юғалған

/

Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Мила Любимова эре гипермаркет янында аҡса менән портмоне табып ала.
--Ҡуҙғалып китеүсе машина урынына барып туҡтаным. Үҙ автомобилемдән сығыуым булды ҙур ғына кошелекка баҫтым. Ә теге машина китеп өлгөргәйне. Кошелек заказ буйынса эшләнгәне күренеп тора, унда кешенең инициалдары ҡуйылған. Асып ебәрһәм, унда аҡса! Бер документ та юҡ, - тип һөйләй ул.
Юлында осраусылар был табышты гипермаркетҡа индереп ҡалдырырға кәңәш итә. Әммә Мила бынан баш тарта.
--Бер аҙ машиналарын иҫтә ҡалдырғайным. Ниңәлер был аҡсалар операцияға кәрәктер, тип уйланым, - ти ҡатын.
Тиҙҙән ул ҡалалағы популяр пабликка иғлан бирә, телефонын күрһәтә. Аҡсаны үҙенә алып ҡалыу уйына ла инеп сыҡмай. Интернетта аҡса суммаһын күрһәтмәй. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәр араһында был табышты үҙләштерергә тырышыусылар ҙа табыла. Берәү: “Күндән эшләнгән ҡара портмонены ирем юғалтты, унда 700 мең һум бар ине”, - тип тә яҙып ҡарай.
Кис Милаға Сибайҙан оло йәштәге ғаилә пары шылтырата. Баҡтиһәң, улар Магнитогорскиҙағы фатирын һатҡан. Ир белдереүенсә, ул портмонены куртка кеҫәһенә һалған. Күрәһең, машинаға ултырыр алдынан төшкән. Өйгә ҡайтҡас ҡына аҡсаһы юҡлығын белеп ҡала. Улар сумманы дөрөҫ әйтә, хатта кошелекта ниндәй инициалдар яҙылғанын белә. Тимәк, аҡса юғалтыусылар ысынлап та улар. Мила ошо төндә үк аҡсаларын алып барып бирә.
Мила күпме аҡса булғанын йәшерә. Магнитогорскиҙа бер бүлмәле фатирҙар уртаса 1,5 миллион һум тороуын иҫәпкә алғанда, табыштың ҙур булыуы билдәле.
Ә аҡсаны табыусы һәм уны хужаларына ҡайтарыусы Милаға афариндан башҡа һүҙ юҡ. Намыҫы таҙаның мендәре йомшаҡ була.

Резеда Валиева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/t-rbi/Fatir-atil-an-a-sa-yu-al-an-680777/
Читайте нас: