Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2021, 16:15

ҠАТЫН-ҠЫҘ ВОДИТЕЛГӘ ҺӨЖҮМ

/

Такси водителе булыу ҙа хәүефле хеҙмәт. Айырыуса руль артына ҡатын-ҡыҙ ултырһа. Учалы районында такси водителе булып эшләгән 34 йәшлек ҡатынға һөжүм иткәндәр.
Саҡырыу буйынса килгән ҡатынды юлаусыһы башта туҡмаған, унан мәсхәрәләгән һәм янындағы мөлкәтен тартып алған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ ир такси саҡырта. Трассаға сыҡҡас ул көтмәгәндә такси водителенә ташлана һәм үҙенең ҡара уйын тормошҡа ашыра. Әле енәйәтсе ҡулға алынған. Тикшереү бара.
Гөлнур Ишбулатова.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/atin-i-voditelg--g-m-681390/
Читайте нас: