Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2021, 15:50

Һуңлап ҡуймаһаҡ ине...

/

Бер аҡыл эйәһенең тапҡыр һүҙҙәре дөрөҫлөккә тап килә: ”Беҙ юғалтҡан әйберҙәрҙе генә баһаларға ғәҙәтләнгәнбеҙ”. Ысынлап та, шулай бит, йәмәғәт. Эргәбеҙҙә генә булған ҡиммәттәрҙе, яҡындарыбыҙҙы күп ваҡыт күрмәйбеҙ, иғтибарламайбыҙ. Ә бит уларҙың күҙ асып йомған арала юҡҡа сығыуы ихтимал - кем был хаҡта алдан уйланһын! Һеҙгә барыбыҙға һабаҡ булырлыҡ бер ғибрәтле хәлде һөйләмәксебеҙ.
Бер ҡатын алты балаһы менән бәләкәй генә ауылда ҡулынан килгәнсә тырышып донъя көтә. Көнө-төнө баҫыуҙа, аҙ ғына аҡса түләү мөмкинлеге булған ерҙә эшләргә, балаларын һәйбәт итеп ашатып-эсерергә ынтыла. Күрше-күләне уны йәлләп, аяҡҡа баҫа башлаған улдарын эшкә күндерергә, әсәһенә ярҙам итергә тейешлектәренә ышандырырға тырыша. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел бит... Тик әсә уйынан ҡайтмай, ул балаларының үҙенә ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәүен, барыһының да лайыҡлы белем алыуын теләй. Һис һүҙһеҙ, уға башҡалар татымаған күп ауырлыҡтарҙы үткәрергә, үҙе ас ултырһа ла, уларҙы туйындырыу, кейендереү өсөн самаһыҙ көс һалырға тура килә. Үҙенең сабыйҙары бит, ни эшләйһең...
Ҡырҡ йыл һиҙелмәй ҙә үтә. Ҡатын күҙгә күренеп ҡартая, йәшлектәге ауыр хеҙмәттең эҙемтәләре ҡалҡып сыға: йөрәк ҡаға, ҡан баҫымы йонсота, аяҡ-ҡулдар һыҙлай... Табиптар уның ҡаты сирләү сәбәбен йәшлектә сәләмәтлегенә иғтибарһыҙ, битараф булыуында, сирҙәрен аҙҙырыуҙа, ваҡытында дауаланмауында күрә.
Әсәнең вафат булыуы өлкәнәйә барған балаларын шаҡ ҡатыра, улар был хәлде күңеле менән ҡабул итә алмай йөҙәй. Ғәлиә инәйҙең балаларының мул, яҡшы тормошта йәшәүе, бала саҡтарында ҡыйынлыҡ күрмәй үҫеүе өсөн үҙен йәлләмәй тырышыуы, бының өсөн ҡартлығында ла бер ни талап итмәүе ауылдаштарын бер яҡтан һоҡландырһа, икенсе яҡтан, уның артыҡ, самаһыҙ фиҙакәрлеген балаларының “шулай тейеш” тип ҡабул итеүе аптырата. Ысынлап та шулай. Улар әсәнең ғүмер буйы үҙҙәрен бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүенә, ауыр саҡта өнһөҙ ярҙамға килеүенә ныҡ күнеккән, “шулай булырға тейеш” тип ҡабул иткән. Бындай мөнәсәбәт һис тә Ғәлиә инәйҙе яратмағандан түгел, барыһы ла әсәгә нисек ауыр булыуын күрмәүҙән, иң яҡын кешеңә “һаңғырау” һәм “һуҡыр” булыуҙан. Был улар өсөн нормаға, ғәҙәти хәлгә әүерелгән, барыһы ла үҙе тураһында ғына уйлап йәшәгән.
Үкенескә ҡаршы, аңлау, хатаңды таныу һуңлап килә. Ғәлиә инәйҙең ҡыҙҙары ла, улдары ла юғалтыуҙы ауыр кисерҙе, күҙҙәрендәге йәштәр оҙаҡ кипмәне. Әсәләренә иҫән саҡта йылы һүҙ ҙә әйтә алмауҙары, ҡартлығында ла рәхәтлек күрһәтмәүҙәре, матур бала саҡтары өсөн рәхмәт әйтергә өлгөрмәүҙәре йәндәрен ҡыйҙы. Ғәмәлдә һәр береһенең күңелендә был тойғо йәшәмәне түгел, йәшәне!
Донъя күҙ асып йомғансы емерелгәндәй булды. Юғалтыу тойғоһон кисереү һәр саҡ ауыр, айырыуса тейешле һүҙҙәрҙең ваҡытында әйтелмәүе инәйҙең һөйөклө балаларын ғүмер буйы ғазаплаясаҡ. Был күңелһеҙ тормош тәжрибәһе ғүмерҙең бик тиҙ үтеүен дәлилләй. Тирә- яғыбыҙҙа беҙҙе уратып алған яҡындарыбыҙға хәстәрлекле, иғтибарлы булайыҡ, уларға йылы һүҙҙәр әйтергә тартынмайыҡ. Әлегә һуң түгел...
Фото: Sterhluki.ru
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/u-lap-uyma-a-ine-677020/
Читайте нас: