Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2021, 14:19

Романтик сара үтә

Баш ҡала паркында парлылар өсөн романтик йүгереү ойошторола.

14 февралдә, 12.00 сәғәттә баш ҡаланың Башҡортостан урмансылары паркында парлылар өсөн романтик йүгереү ойошторола. Был – бере-берегеҙгә хис-тойғоларығыҙҙы белдереү, кәйефте күтәреү, ыңғай кисерештәр алыу өсөн бер мөмкинлек, ти ойоштороусылар.
Дистанциялар түбәндәгесә: 2,5 километр (бер әйләнеш), 5 километр (2,5 километрҙан ике әйләнеш), 10 километр (4 әйләнеш) һәм 21,1 километр (7 әйләнеш). Уларҙы яңғыҙ йә парлап үтергә мөмкин.
Дистанция еңеүселәрен бүләктәр көтә: брендлы браслеттар һәм йөрәк формаһындағы миҙалдар.
Фотолар: "Бәйләнештә".
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: