Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2021, 14:28

Мин нисек эсеүҙе ташланым?

Ике-өс йәштәр тирәһендәге теремек бала йылмайып килеп инде лә, карауатта ятҡан миңә яҡынлап, сәсемдән һыйпай башланы. "Отай" тигән була үҙе...

Ул эскелек һаҙлығына батҡан еренән тырышып-тырмашып килеп сыҡҡанында, тормошта күп үҙгәрештәр булған, балалары ҙурайып бөткән, улы әрмелә булып ҡайтҡан, өйләнгән, балалары тыуған ине. Ә бәләкәй генә булып йөрөгән ҡыҙы юғары уҡыу йортона ингән. Үҙе иһә ир уртаһы йәшенә еткән, һирәк кенә ҡалған сәсе ағарған, ҡара янған бит тиреһен йыйырсыҡтар баҫҡан, күҙҙәре төҫһөҙләнеп төпкә батҡан...
Эскелек менән бәйле стажы байтаҡ уның. "Етәр һиңә, дауалан, үҙеңде ҡулға ал", тип ҡайғырған туғандары, яҡындары унан ваз кисеп бөткәс, ғаиләһен юғалтҡас, яңынан йәшәрлек көс табып, аяғына баҫа алған кеше ул. Хәҙер иҫ белмәй эсеп, аҙағынан ауырып, үләм тип тәгәрәп йөрөгән ваҡыттары яман төш кеүек, иҫемә төшһә, әле лә тәндәр сымырҙап китә, ти. Нисек итеп эсеүҙе ташлағаны тураһында Дамир артабан үҙе һөйләй.
"...Эсмәгән кеше беҙҙең хәлде бер ваҡытта ла аңламаҫ. Һәр байрамдан һуң ҡаты итеп сатнап баш ауыртыуҙан уянып китәһең. Тел аңҡауға йәбешкән була, тәнемдең һыҙламаған ере юҡ, эс яна. Эсә башлауға нисәнсе көндөр, иҫәп, ваҡыт төшөнсәһе юғалған. Аунап ятҡан һыра, араҡы, фанфурик шешәләре араһынан имгәкләп тигәндәй баҡырсаға килеп тотоноп, дерелдәй-дерелдәй һыу ҡойоп алам. Әммә ике уртлауҙан ары бармай. Организмдың һәр күҙәнәге спирт һорай, шешәләрҙе һарҡытам, эх, шәбәйергә бер йотом да етер ине, тим. Ҡалтырата, уҡшыта, бына хәҙер генә булмаһа, дөмөгәсәкмен, тип уйлап ятаҡ бүлмәһенең тәҙрәһенә ҡапланам. Бер таныш күренмәй кәрәк саҡта, тип уйлайым, һүгенергә лә хәл етмәй. Ошоноһонан ҡотолһам, мәңге эсмәйем, тигән ант ысҡына ауыҙҙан. Быға тиклем дә күп әйтелде инде ул... Уф, түҙер әмәл ҡалманы, хәҙер ҡайышты сисәм дә... Әллә тәҙрәнән һикерергә лә ҡуйырғамы?.. Телефонды табып, дуҫтарға шылтыратам, береһе лә алмай, миңә кәрәккәндә шулай ул, ә үҙҙәренә тигәндә килә һалып етәләр. Һуңғы сарам - ҡыйынһынып булһа ла, улымдың телефон һандарын йыям: "Килеп ет, үлеп барам". Ахырғы сиктә гел шулай итәм. Килә ул, нотоҡ уҡый-уҡый баш төҙәтергә алып бирә, бүлмәмде йыйыштыра, ашарға бешерә, күрше ҡатынға аҡса биреп укол һалдыра - ҡыҫҡаһы, күпмелер ваҡытҡаса ғазаптан, ауыр тән һәм йән язаһынан йолоп алып ҡала...
Атайым да эсте... Әммә минең кеүек аҙналар буйы башын ҡалҡыта алмайынса ятҡанын хәтерләмәйем, бирешмәй донъяһын көттө, балаларын ҡарашты, ғаиләһен хәстәрләне. Ул заманда, нимә генә эшләһәләр ҙә, "аҡбаш"һыҙ булманы бит. Мин армияға киткәндә-ҡайтҡанда ла, тыуған көндәрҙә лә, өмәләп эшләгәндәрендә лә табындың түрендә "шайтан һыуы" ултырҙы. Йәнем-тәнем менән уға ҡаршы булһам да, еңелгәнмен шул. Ҡасан эскегә ныҡлап бирештем һуң? Быны теүәл генә берәү ҙә әйтә алмаҫ - афәт, ҡара йыландай, һиҙҙермәй, белендермәй, яйлап ҡына шыуышып килеп ингән тормошома. Ә кем ғәйепле ошо хәлгә тарығаныма: ғаилә тәрбиәһеме (атайым тураһында яҙҙым инде, ә әсәйем бөтөнләй эскелекте өнәмәне), тормош үҙеме (хәҙер уйлайым: берәү ҙә көсләп эсермәй, үҙеңдән тора), әллә мине тиңһенмәгән ҡатыныммы? Хәҙерге айыҡ башым менән аңлайым: юҡ, барыһын да сәбәп итеп күрһәтергә теләгән көсһөҙ йәнем генә ғәйепле бында.
Яҡшы ғаиләнән булған юғары белемле ҡатыным үҙен өҫтөн тоталыр кеүек тойола ине. Ҡайһы берҙә уға баш бирмәҫ, үҙ һүҙемде һүҙ итер өсөн эсештерә инем. Һуңынан йышыраҡ ҡабатлана башланы. Үҙем кеүек әшнәләр ҙә, ҡотортоусылар ҙа эргә-тирәлә етерлек булды шул. Шунан инде иртән баш төҙәтеүҙәр, өйҙә талаш-тартыш, эшкә бара алмай ятыуҙар, ҡыуылыу... Түҙҙе-түҙҙе лә ҡатыным, бер көн килеп күтәрә һуғып, ике баланы алып сыҡты ла китте. Хәлдең етдилеге башыма барып етмәйенсә, яңғыҙлығың үҙәгеңә үткәс, ҡайтырһың әле, тип бошмай ғына тороп ҡалдым. Ә ул кире ҡайтманы. Барған ерендә эшкә урынлашты ла һәүетемсә йәшәп алды ла китте. Ә мин уға, бар донъяға ҡарышып эстем (хәҙер шулай уйлайым), бирәсәктәрҙе ҡапларлыҡ ҡына эшләп алдым да яңынан "онотолдом". Уяулы-һаташыулы күпме йылдар буйы шулай ҡабатланды.


Сираттағы шулай ятыуымда улым мин быға тиклем бер ҙә күрмәгән ейәнсәрем менән килде. Ике-өс йәштәр тирәһендәге теремек бала йылмайып килеп инде лә, карауатта ятҡан миңә килеп, сәстәремдән һыйпаны. "Отай" тигән була үҙе. Ҡатҡан йәнем емшеп, иреп, күҙҙән йәш тамсылары булып килеп сыҡты... Бөтәһе лә минән йөҙ борғанда, бәләкәй генә йән эйәһе ситләшмәй, ерәнмәй, йомшаҡ ҡына бармаҡтары менән сәсемде һыйпай... Рәхәт тә, оят та... Бына ошо көндән күңелдә ниндәйҙер һынылыш булды тип әйтә алам. Рюмкаға һонолам тиһәм, бәләкәй генә сабыйҙың эскерһеҙ асыҡ ҡарашы, үҙ итеп килеп һыйыныуы, олатай тип битемдән һыйпауы күҙ алдыма килә лә баҫа. Минең хәлдәге кешегә иң мөһиме - күңелдә ниндәйҙер яҡтылыҡҡа ынтылыу булһын икән ул. Ейәнсәремде күргән көндән алып, ҡиәфәтем ҡот осорлоҡ булмаһын тип, өҫ-башыма иғтибар итә башланым, тегендә-бында йөк бушатып тапҡан аҡсаға тәм-том алыуҙы ла ғәҙәт иттем. Шулай итеп, ҡолаған ерҙән яйлап, теште ҡыҫып ҡалҡына башланым. Ә бер көн килеп мин эскегә "юҡ!" тип әйтә алдым.
Ошо урында "элекке алкоголиктар булмай" тип ауыҙ ҡыйшайтыусылар табылыр, Ысынлап та, ташланым да вәссәләм түгел икән шул ул. Үҙеңде шайтан һыуы эргәһендә тотоу бик ҡыйын, элекке шешәләштәргә тап булмаҫҡа, араҡы һатылған ергә ҡарамаҫҡа тырышыу ҙа ҙур сыҙамлыҡ, ихтыяр көсө талап итә. Беләм: "шайтан һыуы"ның бер йотомо ла харап итәсәк. Ҡәҙерен белгәндәргә тормош матур, ә эсмәһәң инде, ул алға китергә генә тора. Мин дә әлеге мәлдә даими эшкә урынлаштым, балаларым менән йыш аралашам, үткәндәге мәғәнәһеҙ бушлыҡтарҙы күберәк ҡылынған изге эштәрем менән ҡапларға маташам. Рәхмәт ҡатыныма: балаларҙы миңә ҡаршы ҡотортоп үҫтермәгән. Улар булмаһа, белмәйем, артабан йәшәүҙең ҡыҙығы, мәғәнәһе булыр инеме икән?!
Был ябай һүҙҙәр теҙмәһе генә түгел, ә минең - ҡасандыр матур хыялдар менән янған, дәртләнеп донъя көтә башлаған, ләкин эскелек сәбәпле түбәнгә тәгәрәп, аҙаҡ кире баш ҡалҡытырға көс тапҡан кешенең яҙмышы. Кемдәргәлер ғибрәт, ҡайһыларына һабаҡ булһын ине тигән теләктән сығып һөйләнем уны һеҙгә".


(Дамир исемле ирҙең һөйләгәндәренән).

Фото: woman.forumdaily.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: