Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2021, 14:05

“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” порталы эше әүҙемләшә

Ул Башҡортостан менән БДБ илдәренең академик берләшмәләре араһында бәйләнеште үҫтереү, юғары һәм урта белемде популярлаштырыу өсөн ойошторолған.

“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” халыҡ-ара интернет платформаһы проекты Башҡортостанда 2020 йылда “Милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу” йүнәлеше буйынса ижтимағи йәһәттән әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһындағы субсидиялар конкурсында еңгән.
Проект М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, ошо уҡыу йортоноң Беренсел профсоюз ойошмаһы тарафынан Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында һәм Башҡортостан Башлығының 1,4 миллион һум күләмендәге гранты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ Халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет-платформаһы булдырыу өсөн университет тарафынан өҫтәмә рәүештә 480 мең һум бүленгән.
“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет платформаһы Башҡортостандың һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ҡараған илдәрҙең академик берләшмәләре араһында виртуаль киңлектә этномәҙәни, милләт-ара һәм конфессия-ара диалогты үҫтереү, юғары һәм урта белемде популярлаштырыу өсөн ойошторолған.
Проект нигеҙендә төрлө контент булдырыла һәм ул https://bez-bashkorttar.ru интернет-платформаһында урынлаштырыла. Башҡорт диаспоралары эшмәкәрлеге лә күҙ уңында тотоласаҡ.
Педагогия университеты белгестәре башҡорт телен төрлө ерлектә уҡытыу өсөн методик кәңәштәр бирәсәк, унан тыш, портал фәнни, фәнни-популяр, уҡытыу һәм нәфис әҙәбиәт менән тәьмин итеүҙә лә ярҙам күрһәтәсәк.
Тарихи-мәҙәни үҙәктәр нигеҙендә төрлө онлайн-саралар уҙғарыла: мәҫәлән, башҡорттарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенә ҡағылышлы лекциялар, консультациялар, оҫталыҡ дәрестәре. Унда республикабыҙҙың төрлө тармаҡта эшләгән арҙаҡлы шәхестәре, ғалимдар ҡатнаша.
Проекттың https://bez-bashkorttar.ru платформаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарихы, фольклоры, этнографияһы буйынса туғыҙ лекция урынлаштырылған, уларҙы республиканың абруйы уҡыу йорттары, фәнни үҙәктәр белгестәре эшләгән.
Һәр кесаҙна ZOOM платформаһында, 12.00 сәғәттә башҡорт телен өйрәнеү буйынса онлайн-дәрестәр уҙғарыла. Уларҙа Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә университеттары студенттары ҡатнаша.
Унан тыш, башҡорт теленә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһыныу белдерәләр. Дәрестәрҙең тулы версиялары ағымдағы йылдың 1 мартынан сайтта буласаҡ.
6 февралдә Башҡортостан ғалимдары һәм Үзбәкстандың мәҙәниәт әһелдәре араһында онлайн-осрашыу уҙғарылған, был илдәге башҡорт йәмәғәт ойошмаларын әүҙемләштереү мәсьәләһе тикшерелгән. Сарала М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм башҡа ижтимағи-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре ҡатнашҡан.
Киләсәктә ошондай форматтағы һәм академик берләшмәләрҙең осрашыуҙарын, оҫталыҡ дәрестәрен, башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән “түңәрәк өҫтәл”дәрҙе Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәре белгестәре менән берлектә үткәреү планлаштырыла.
Февраль уртаһынан сит ил абитуриенттарын Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына йәлеп итеү маҡсатынан белгестәр менән онлайн-осрашыуҙар үткәрелә башлаясаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанмалар аша танышырға мөмкин.
Халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет платформаһы:
Проекттың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре:
Фото: gtrk.tv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: