Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2021, 13:52

Баймаҡ ағинәйенә- 101 йәш!

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Кәримә Ямалетдин ҡыҙы Әлибаеваға 101 йәш тулды

Баймаҡ йөҙйәшәренең оло ғүмере йәйғорҙоң ете төҫөндәй төрлө ептәрҙән туҡылған: шуға ла ул тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтарға сынығып, әле лә төҫ ташламай, бәхетле ҡартлығын кисерә.
Йылайыр районының Һултантимер ауылында донъяға килеп, артабан Хәйбулла районы Түш ауылында йәшәй. Бала сағы ауыр эш, аслыҡ, яланғаслыҡ булған осорға тура килеү сәбәпле, зирәк ҡыҙға уҡыу бәхете эләкмәй. Бәләкәйҙән колхозда эшләп, быуындарын нығыта, туғандарына ярҙам итә. 1939 йылда Әбделвәхит Хәйбуллинға кейәүгә сыға, бер йылдан тормоштарын йәмләп ҡыҙҙары донъяға килә. Әммә йәштәрҙең бәхеттәре оҙаҡҡа бармай, тормош иптәше фронтҡа алына һәм 1942 йылда уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килә.
Йәшләй генә тол ҡалған Кәримә Ямалетдин ҡыҙы нисек кенә ауыр булһа ла, бар түҙемлеген йыйып, яңғыҙ ҡыҙын күҙ ҡаралай, һөйгәненең төҫө итеп тәрбиәләргә тырыша. Илбаҫарҙарға ҡаршы көрәш фронтта ғына түгел, тылда ла киң йәйелдерелә. 1943 йылда Баймаҡ районының Семеновка ауылы янындағы фабрикаға эшкә килә, шахтала ла тир түгә. Бер урында 23 йыл ауыр хеҙмәттә эшләүе сәбәпле, 45 йәштән хаҡлы ялға сығып, Баймаҡ ҡалаһына килеп төпләнә. Был ваҡытта Миньямал ҡыҙы ҡалала уҡый, аҙна һайын әсәһенә ярҙамлашыу өсөн ауылға ҡайта. Шуға күрә ҡыҙына уңайлыраҡ булһын өсөн район үҙәгендә йәшәүҙе хуп күрә.
- Әсәйемдең бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәнем. Семеновкала йәшәгәндә ауыл ҡатындары өсөн күлдәктәр тегер ине, ҡулынан шәл бәйләме төшмәне. Шул тиклем таҙа, саф булды. Аш-һыуға оҫта, тегеүгә, бәйләүгә маһир. Минең өсөн әсәйем серҙәш тә, кәңәшсе лә. Балаларымды ҡарашты, бөтә яҡлап ярҙам итте. Әле лә әхирәттәр кеүек йәшәйбеҙ, сәләмәтлеге яҡшы. Ҡыҙым Санкт-Петербург ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәй, көн һайын ейәнсәре менән һөйләшә, уның хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып тора, - ти ҡыҙы Миньямал апай.
Кәримә Әлибаева – тормош иптәшенә ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡлаған, сәләмәт тормош алып барған, ҡыҙы һәм ейәнсәре өсөн терәк һәм яҡлау булған, ололарға үрнәк, йәш быуынға өлгө булып йәшәүсе хөрмәтле тыл ветераны һәм абруйлы ағинәй, бәхетле әсәй һәм һөйөклө өләсәй. 101 йәшлек Баймаҡ ағинәйен беҙ ҙә юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!
Әйткәндәй, быйылғы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында Баймаҡ ағинәйенең тормошо һәм йәшәйеше - матур өлгө.
Автор фотоһы.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: