Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, никах теркәү тантанаһына 10 ҡунаҡ саҡырырға мөмкин. Ләкин граждандарға социаль дистанцияны һаҡларға һәм битлек кейергә кәрәк.
Быға тиклем улар 5-тән артмаҫҡа тейеш ине.
Белеүегеҙсә, COVID-19 буйынса хәлдең тотороҡланыуына бәйле 29 ғинуарҙан республикала ковидҡа ҡаршы ҡайһы бер башҡа сикләүҙәр ҙә бөтөрөлдө.
https://belizv-b.rbsmi.ru/news/H-er-elekkes--yl-nesherg-yaray-667547/