Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2021, 14:40

Был донъянан ниңә китергә?

/

Кешелекте йылдан-йыл тағы ла бер ауырыу сүпләй, ул – үҙ-үҙеңә ҡул һалыу. Бындай аҙымға барыу көсһөҙлөк билдәһеме? Уның сәбәптәре ниҙә? Ни өсөн суицид ҡорбандары араһында ир-егеттәр күп? Яуапты бергәләп эҙләйек.

Фекерҙәр айырылды

Ҡулға ҡәләм алыр, йәғни компьютер клавиатураһы төймәләренә баҫыр алдынан “Инстаграм” селтә­рендә суицид темаһына бәйле һораулама үткәрҙем, яҙылыусы­ла­рымдан “Үҙ-үҙенә ҡул һалған кеше көсһөҙ, ихтыярһыҙмы, әллә тәғәйен ваҡиға ҡорбанымы?” тигән һорауға үҙ фекерҙәрен белдереү­ҙәрен һораным.

50 кешенең 17-һе үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы көсһөҙ, ҡурҡаҡ, үҙен генә ҡайғыртҡан эгоист тип атаны. Ҡалғандарының күбеһе бындай аҙымға барған кешене тәғәйен ваҡиғаның ҡорбаны тип тапты. Яуап биреүселәр араһында уйла­нырға мәжбүр иткән төрлө фекер­ҙәр осраны: “Беҙ бит был ысул менән донъянан китеүҙең ысын сәбәптәрен белмәйбеҙ, төрлө хәл­дәр булырға мөмкин”, “ул ҡурҡаҡ та, ваҡиға ҡорбаны ла”, “ваҡытында яҡындарынан яҡлау, таяныс тапма­ған кеше”, “хис-тойғолар, ваҡытлы­са көсһөҙлөк ҡорбаны”, “ул, кире­һенсә, көслө кеше, үҙ ғүмереңде ҡыйырға ла батырлыҡ кәрәк бит әле”, “һәр кемебеҙ был халәткә тарый, упҡын ситенә баҫа ала, хатта мин дә”...

Тап ошо һуңғы фекер менән килешмәйенсә булдыра алмайым. Ысынлап та, тормошта төрлө мәлдәр була. Иң хәтәр һынауҙарҙы ла еңеп сыға алған, ҡыйынлыҡ­тарға көлөп баҡҡан, тормошто, яҡындарын үлеп яратҡан кешенең дә бер кемгә лә әйтмәйенсә үҙ-үҙенә ҡул һалыуы бар. Үҙебеҙгә лә тормош кисә генә көлөп ҡараһа, бөгөн сығыр урыны булмаған ҡарурман булып күренергә, беҙҙе ошо арҡылы ҡурҡыныс уйҙарға этәрергә мөмкин. Аяғымда ныҡлы баҫып ҡалырмын, бирешмәҫмен, тип кем әйтә ала?

Кешенең был аҙымға барғанда айырым бер халәттә булғанын да оноторға ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп суицид күренештәре кеше алкоголь, наркотик шауҡымы аҫтында булғанда башҡарыла, күңел төшөнкөлөгө, аффект торошо – былар ҙа аяныслы хәлгә этәрә.

Был аҙымға барыуҙың сәбәптәре

Төрлө осраҡтарҙан йыйылған күрһәткестәргә күҙ һалһаҡ, уларҙы бер нисә ҙур сәбәпкә дөйөмләш­терергә була.
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу ысулына яман шеш менән ауырығандар ҙа күп мөрәжәғәт итә икән. Артабанғы тор­моштоң мәғәнәһен күрмәү, түҙ­мәҫлек һыҙланыу ғазаптары, иртә­ме-һуңмы, барыбер был донъянан китергә кәрәк, улар осрағында – бик иртә: ғүмерҙәре ауырыу арҡа­һында ҡыҫҡарғандар шәмдәй һүнеүҙәрен көтөп ятмай, кемдер хатта әле һаулыҡ торошо сағыш­тырмаса һәйбәт булғанда ла, ауыр хәбәргә түҙә алмай, үҙенең ғүмерен ҡыя.

Матди яҡтан ауыр хәлгә ҡалған­дарҙың араһында ла ошо рәүешле донъянан китеүселәр күп. “Бурыслы үлмәй” тигән әйтем йәшәһә лә, был төр проблема күптәр өсөн хәл ителә алмаҫлыҡ мәсьәлә булып күренә. Үҙебеҙҙән сығып уйлаһаҡ та, ҙур кимәлдәме, бәләкәйме – бу­рыстарға батһаҡ, күңелдә ауыр таш ятҡандай. Ә тормошта төрлө хәл­дәр була – кемдер миллионлап бу­рысҡа сума, был йәһәттән уға әхла­ҡи яҡтан да баҫым яһаусылар күбәйә – был ваҡиғаны ҡуйырта ғына. Һөҙөмтәлә минус тағы бер ғүмер...

Психик яҡтан проблемалары булғандар араһында ла суицид осраҡтары һанап бөтөрлөк түгел. Был осраҡта барыһы ла аңлашыла – кеше үҙе өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә хәүеф сығанағы булып тора. Айыҡ аҡылдың булмауы, бөткөһөҙ клиникалар, көслө дарыуҙар – хәлдәренән килгәндәр былай йәшәгәнсе барыһын да бер ҡылыҡ менән бөтөрөүҙе хуп күрә.

Уратып алған йәмғиәт менән уртаҡ тел тапмау ҙа суицид осраҡ­тарына алып килә. Кешеләр тарафынан аңлау булмаһа, яҡындарың биргән күңел йылыһы ла ҡот­ҡар­май шул ҡайһы саҡ. Нисек кенә “Мин кеше һүҙенән, йәмғиәт феке­ренән азат!” тип ҡабатларға ярат­маһын, әҙәм балаһына ошо уҡ йәмғиәт менән килешеп йәшәү мөһим.

Үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың тағы ла бер ҙур, йыш сәбәптәренең береһе – яңғыҙлыҡ. Төрлө хәлдәр була: кемдер, ысынлап та, япа-яңғыҙы, кемделер туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре уратып алһа ла, улар үҙҙәрен яңғыҙ тоя. Был халәт башлыса күңел төшөнкөлөгөнә алып килә, артабан йәшәүҙең ҡыҙығы ла бөтә.

Суицидтың донъяуи картаһы

Был афәттең төрлө ҡитғаларға таралыуы төрлөсә. Сәғүд Ғәрәбс­таны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәре, Бахрейн дәүләттәрендә суицид осраҡтары һирәк күҙәтелә. Был илдәрҙә ислам дине киң таралған, унда үҙ-үҙеңә ҡул һалыу иң оло гонаһтарҙың береһе һанала.

Көньяҡ Европала ла суицид осраҡтары әҙ кимәлдә, бигерәк тә Италия, Испания, Греция илдәре халыҡтары үҙҙәренең ғүмерҙәренә башлыса яуаплы ҡарай.

Америка Ҡушма Штаттары, Бенилюкс илдәре, Франция, Гонконг, Япония, Корея уртаса кимәлде һаҡлай, Рәсәй Украина, Беларусь, Балтик буйы илдәре, Германия, Швейцария, Австрия менән бер рәттән үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары йыш осраған юғары кимәл төркөмөнә инә.

Әйткәндәй, Япония донъя статистикаһы буйынса был кимәлгә ҡараһа ла, йәмәғәт аңында үҙ-үҙеңә ҡул һалыу буйынса төп ил булып ҡала килә. Унда һәр бишенсе кешенең яҡыны ошо юл менән яҡты донъянан китә, ә Ватару Цурумиҙың 1993 йылда ташҡа баҫылған “Полное руководство по самоубийству” тигән китабы һаман иң уҡымлылар рәтендә.

Япон халҡы үҙҙәренә генә хас ентеклелек менән суицидтың төрлө ысулдарын өйрәнә икән. Матур­лыҡҡа, тулылыҡҡа ынтылған милләт хатта үлем ҡосағында ла зауыҡ хаҡында уйлай.

Уҙған быуаттарҙа Японияла ваҡыты-ваҡыты менән суицид осраҡтары ҡырҡа артып китеү арауыҡтары булып ала. Белгестәр был күренеште иҡтисади ваҡиғалар менән бәйләй. Мәҫәлән, 1997 йылғы көрсөктән һуң, киләһе йылына илдә үҙ-үҙенә ҡул һалыу­сылар күбәйә. Һуңғы бындай осраҡ 2003 йылда теркәлә.

Ил ҡанундарына ярашлы, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу айырым ваҡыт­тарҙа үҙенә бер көскә, мәғәнәгә эйә. Сэппуку ритуалына ярашлы, самурайҙар элек-электән ғәйебен аҡларға йәки хакимдарына тоғро­лоҡтарын иҫбатларға, намыҫтарын һаҡ­ларға теләһәләр, харакири ҡылған – үҙҙәренең ғүмерҙәрен өҙ­гән­дәр. Әммә был ритуал саму­рай­ҙар өсөн генә ҡаралған, ябай ха­лыҡҡа былай үлеү ҡаты тыйылған.

Японияла ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда йышыраҡ үлеүен уларҙың илдәге, ғаиләләге иҡтисади хәлгә яҡыныраҡ тороуы, “эштә яныуы”, ошо сәбәпле ғаилә­һенә тейешле ваҡыт бүлә алмауы менән бәйләйҙәр. Матди йәки социаль мәсьәләләр менән күҙгә-күҙ осрашыу көслө затты, киреһенсә, көсһөҙ итә – үлем ҡосағына этәрә. Был күренеште үҙебеҙҙең Рәсәй­ҙәге хәлдәр менән дә сағыштырып була – һәр хәлдә, сәбәптәре оҡшаш.

Рәсәй ир-егеттәр суициды буйынса, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһына ярашлы, донъяла беренсе урында тора: 100 мең кешегә 48,3 үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы тура килә.

Көслө зат тип һаналған типһә тимер өҙөрлөк ир-атты ниндәй сә­бәп­тәр был аҙымға этәрә лә, ни өсөн һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙ тормош ауырлыҡтарына үтә сабыр була һуң?..

Кем көслөрәк – ирме, ҡатынмы?

Дөйөм статистика мәғлүмәттәре менән таныш булмаған кешенән һораһаң, ул да, тирә-йүнендәге хәлдәрҙән, һуңғы ваҡиғаларҙан, гәзит-журналдан уҡыған, телеви­зорҙан ҡараған яңылыҡтарҙан сығып, “Йышыраҡ ир-егеттәр үҙ-үҙенә ҡул һала”, тип әйтәсәк.

Тәүге сәбәпте, әлбиттә, тағы ла бер заман афәте – хәмер тыуҙыра. Һанап бөткөһөҙ суицид осраҡтары ир-егеттәрҙең алкоголь шауҡымында булған мәленә тура килә. Бындай хәлдә уларҙы эгоист булыуҙа, еңел уйлыҡта ғәйепләүе лә урынһыҙ һымаҡ – иҫерек кеше ни генә ҡыланмай. Шул уҡ ваҡытта был аҙымға йөрьәт иткән ир-егеттәрҙең ул-был хәлдән һуң тота килеп ғүмерҙәрен ҡыйыуына аптырайһың – алдан уйлап йөрөгәндәр, тиерһең.

Әйткәндәй, диндең был йәһәттән үҙ фекере: бындай уйҙы бер башыңа һалып ҡуйҙың икән, уны бойомға ашырғанға тиклем шайтан ҡотортоп тик торасаҡ, тиелә. Психологик яҡтан да аңлашыла бындай күренеш – тап суицид бөтмәҫ­тәй тойолған мәсьәләләрҙән сығыу юлы һымаҡ күренә башлай.

Күп кенә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары һаҡһыҙлыҡтан – үҙеңде йәлләтергә, башҡаларҙы ҡурҡы­тырға теләүҙән дә килеп сыға. Бындай хәлдәр күп: кеше ғүмер менән иҫәп-хисапты өҙөргә лә теләмәй, ни сәбәптәндер үпкәләгән яҡын­дарына “һабаҡ биреү” уйы менән яна. Йәнәһе, бынан һуң уның ҡәҙе­рен белә башларҙар, уның хаҡ булыуына төшөнөрҙәр, йәки, кире­һен­сә, ғәйебен аҡларҙар. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ул фанилыҡтың сиген үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала – һуң була...

Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ир-егеттәрҙең үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары йышыраҡ булыуы төрлө уйҙар тыуҙыра. Кемдер суицидты, ысынлап та, батырлыҡҡа тиңләй – тота килеп үҙ ғүмереңде өҙөү өсөн дә көс кәрәк бит әле!.. Бындай үлем күп осраҡта – ғазап, кемдең тота килеп үҙен ғазаплағыһы килеп торһон. Шулай икән, ни өсөн тап ир-егеттәрҙең йышлап был аҙымға барғандары аңлашыла – улар ҡурҡмай. Төптән өҙәләр. Төрлөһөн уйлап, үҙҙәренә лә, ҡалғандарға ла әллә нисәмә өмөт ҡалдырып тормайҙар. Япон самурайҙары шикелле – сәбәп бар икән, тоторға ла эшләргә.

Әлбиттә, төрлө холоҡ – төрлө ысул. Шәүләләренән ҡурҡҡан ир-егет­тәр ҙә бар, улар инде был аҙым­ға өркәклектәре арҡаһында барырға мөмкин. Күптәр был юл менән киткәндәрҙе “эгоист, көсһөҙ, еңел уйлы” тип әрләй бит, был битәр һүҙҙәре тап шундайҙар өсөн килешә лә.

Бер кемдең дә үлгеһе килмәй...

Бер кемдең дә үлгеһе килмәй, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалған бәндә­ләр­ҙең дә. Улар элмәккә баштарын тыҡҡанда, бер ус дарыу йотҡанда, күп ҡатлы бейек йорттоң кәрнизенә баҫҡанда ни бары күңел яныу­ҙа­рын баҫырға ынтыла. Үҙҙәренсә “мәңгегә китәм” тип уйлайҙарҙыр ҙа, әммә бер ҡасан да үлем һулы­шын татымаған, был донъяның “теге яғына” сығып ҡарамаған аңдары быны тулыһынса, етди ҡабул итә алмай. “Хәҙер үләм дә, уларға ҡыйын буласаҡ! Ҡәберем янында сәстәрен йолҡоп иларҙар, мине һағынырҙар, юҡһынырҙар... Ә мин юҡ. Шул кәрәк уларға!” тип үсәй-үсәй китә ҡайһы берҙәре теге донъяға. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренә танһыҡ күренгән был мәлдәрҙе үҙҙәре күрмәүен, тоймауын уйлап та еткермәйҙәр, сөнки аң үлеп ҡарамаған, аң үлемдең нимә икәнен бөтөнләй белмәй, ул ошо тере халәттән, ошо тойғоларҙан сығып фекер йөрөтә.

Әлбиттә, күпме осраҡ – шунса сәбәп, шунса ваҡиға. Үҙ-үҙҙәренә ҡул һалғандар араһында был донъянан тулыһынса ваз кисеп, береһен дә үсәмәй, бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә ирешергә теләмәй генә китеп барғандар ҙа етерлек.

Бынан күп йылдар элек суицид ысулы менән донъянан киткәндәргә ҡырҡа кире ҡараш йәшәгән, дин ҡанундары буйынса уларға аят уҡылмаған, ундайҙар айырым зыяратта ерләнгән. Был ҡылыҡтары бар заттарына ҡара мөһөр булып төшкән. Бәлки, шуғалыр ҙа элек был афәт күренештәре әҙерәк булғандыр? Хәҙер, нисек кенә булмаһын, аңлау көслө кешелектә, былай ҡырҡа һуғыу ҙа ярамайҙыр – тормошта төрлө хәлдәр була бит. Кешенең нисек үлеүенә ҡарап түгел, нисек йәшәүенә, ниндәй булыуына ҡарап фекер йөрөтөргә кәрәктер, бәлки.

Шулай ҙа үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙың мәсьәләне хәл итә алмауын, кире­һенсә, уны ҡуйыртыуын аңларға кәрәк. Иң ҡәҙерлеһе – ул ғүмер, унан тыш, был донъяла беҙ яңғыҙ түгел – яҡындарыбыҙ бар. Был донъяға былай ҙа бер генә килгән­беҙ, ниңә уны ташлап китергә?!


Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/byl-donyanan-ni-kiterg-/
Читайте нас: