Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2021, 12:54

Халыҡ батырҙарын белергә тейеш

Хәлим Әмиров башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән.

Хәлим Насретдин улы Әмиров – Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының береһе. Ул 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Уран ырыуы башҡорттарына ҡараған Яңы Уртауыл ауылында (бөгөнгө Яңауыл районы) тыуған. Архив документтарынан күренеүенсә, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә 1918 йылда ҡушылған. Әммә 1917 йылда Башҡорт ҡоролтайҙарында Бөрө өйәҙе башҡорттарынан делегат булараҡ ҡатнашыуы бик мөмкин.

Һынауҙар

Xәлим Әмировты 1918 йылдың йәйендә Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәтенә эшкә алалар, мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ул Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдары — кантон башҡарма комитеттары янындағы Мәғариф бүлектәрен ойоштороу менән шөғөлләнә.

1919 йылдың февралендә ул Баш­ҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙә­ренең Совет власы яғына сығыу тураһында фарманды иғлан итер өсөн, башҡорт корпусы штабының махсус вәкиле сифатында Тана­лыҡ–Баймаҡ заводына (хәҙерге Баймаҡ ҡалаһы) ебәрелә. 21 февралдә Темәс ауылында үткән I Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша, делегаттар алдында сығыш яһай.

1919 йылдың мартында Хәлим Әмиров хөкүмәттең (Башрев­ком­дың) мәғариф өлкәһендәге вази­фаһына тәғәйенләнә – Башҡорт­ос­тандың Халыҡ мәғарифы комис­сариатының башҡарма органы – Коллегия ағзаһы итеп раҫлана, әммә уға унда эшләргә насип булмай. 1919 йылдың яҙында аҡтар яңынан һөжүмгә күсеү сәбәпле, Башревком Темәс ауылынан Мо­раҡҡа, Иманғолға (хәҙерге Ырымбур өлкәһе), артабан Һамар ҡала­һына эвакуациялана. Май аҙағында Саранск ҡалаһына барып төпләнә.

Бында элекке башҡорт ғәскәр­ҙәренән ике кавалерия һәм ике уҡсы полктары ойошторола башлай. Полктар Айырым башҡорт бригадаһына берләштерелә. Баш­ҡорт рес­публикаһының хәрби комиссариаты бригаданың сәйәси комиссары итеп Хәлим Әмировты тәғәйенләй. Башҡорт ғәскәрҙәре Көнсығыш фронтҡа барып, йәғни Баш­ҡортостанға ҡайтып, Колчак армияһына ҡаршы һуғышырға тейеш була, ләкин 1919 йылдың июнендә Украинала Ҡыҙыл Армия­ның хәле мөшкөлләнеү сәбәпле, Ленин Саранскиҙағы башҡорт полктарын Көньяҡ фронтҡа, Деникин ар­мияһына ҡаршы йүнәлтә.

Әле аҙағынаса ойошторолоп бөтмәгән, хәрби кәрәк-яраҡ менән тейешенсә тәьмин ителмәгән баш­ҡорт полктары Харьков ҡалаһына юллана. Хәлим Әмиров сәйәси комиссар һәм Башревкомдың махсус вәкиле сифатында ғәскәрҙәр менән китә.

Башҡорт ғәскәрҙәре килеп төш­кәс тә, генерал Деникиндың армия­һына ҡаршы ҡаты һуғышҡа инә. Ҡы­­ҙыл­дарҙың 14-се армияһы тулы­һынса тарҡалып, тәртипһеҙ рәүеш­тә сигенеүе, уларға идара иткән Харьковтың оборона советының аҡтарға һатылыуы сәбәпле, Баш­ҡорт бригадаһына ауыр юғалтыу­ҙар кисерергә тура килә. Фронт тот­ҡан күрше ҡыҙыл частарҙың си­генеүе арҡаһында, күп осраҡта баш­ҡорт ғәскәрҙәре аҡтарҙың ҡа­мауында ҡала. Өҫтә­үенә, Харь­ковтың аҡтар ҡулына күсеүендә баш­ҡорттарҙы ғәйепләп, Оборона советы Сумы ҡалаһында Башҡорт бригадаһының штабын, шул иҫәп­тән Х. Әмировты ҡулға ала. Бындай хәл башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡорт һалдаттары, ҡулға ҡорал алып, командирҙарын ҡотҡарырға ҡарар итә. Быны күреп, Оборона советы башҡорт коман­дирҙарын иреккә сығарырға мәжбүр була. Бына ошон­дай һынауҙар аша үтергә тура килә Көньяҡ фронтта Башҡорт бри­гадаһына һәм уның комиссарына.

Махсус вәкил

1919 йылдың июль башында Көньяҡ фронтҡа яңы килгән һал­даттар, командирҙар менән тулыландырылып, Башҡорт бригадаһы Айырым башҡорт кавалерия диви­зияһы тип үҙгәртелә. Дивизияның сәйәси комиссары итеп Нуриәғзәм Таһиров тәғәйенләнә. Ә Хәлим Әмиров Саранскиға, Башревком ҡарамағына ҡайтарыла.

1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтындағы Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең хәле мөшкөлләнә, Юденич армияһы, ҡыҙылдарҙы борҡотоп, революцияның бишеге – Петроград ҡалаһына яҡынлаша. Ҡыҙыл Армияға ярҙамға тағы ла ҡыйыу, дисциплиналы башҡорт ғәскәрҙәре кәрәк булып сыға. Ленин менән Троцкий “бөтә башҡорт ғәскәрҙәрен Петроградҡа ебәрергә” тигән фарман бирә.

Сентябрь айында Бәләбәй ҡалаһынан өс полктан торған Айырым башҡорт бригадаһы һәм тағы бер кавалерия полкы, артиллерия дивизионы, Көньяҡ фронттан Айырым башҡорт кавалерия дивизияһы полктары Петроградҡа килә. Бында 10 меңдән ашыу һуғышсынан торған башҡорт ғәскәрҙәре туплана.

Хәлим Әмиров Башҡорт респуб­ликаһының башҡорт ғәскәрҙә­рендәге махсус вәкиле сифатында киң хоҡуҡтар менән Петроградҡа ебәрелә. Уға ғәскәрҙәрҙә сәйәси эш алып барыу, уларға сәйәси яҡтан идара итеү һәм ойоштороу бурыстары йөкмәтелә. Ул Петро­градҡа килеү менән башҡорт ғәс­кәр­ҙәрендәге сәйәси комиссарҙар составына иғтибарҙы йүнәлтә, ғәскәрҙәрҙе башҡорт комиссарҙары менән тулыландырыу мәсьәләһен алға ҡуя. Ошо айҡанлы Мәскәүҙәге, ВЦИК янындағы Башҡорт респуб­ликаһы вәкиле Әбдрәшит Бикбаув 1919 йылдың 29 октябрендә Башҡортостандың Хәрби эштәр буйынса комиссариатына былай тип хәбәр итә: “Настоящим сообщаю требование особоуполномоченного по делам башкирских частей в Петрограде т. Амирова о замене во вверенных ему башкирских частях ответственных работников небашкир башкирами-курсантами, необходимой для создания могущественной башкирской армии и для ее воспитания в зависимости от бытовых и исторических особенностей нашего народа, а также подтверждаю его настойчивую просьбу об откомандировании в Петроград московских курсантов тт. Магасумова, Баталова, Абсалямова, Ишкеева и Дюкасова на полковые комиссарские должности и еще десять человек на менее ответственные должности...” Әбдрәшит Бикбаув та Хәлим Әмировтың фекерен ҡеүәтләй: “Побывав в Петрограде, лично убедился, что удовлетворение просьбы Амирова крайне необходимо”, – тип тамамлай ул үҙенең телеграммаһын.

Хәлим Әмиров Петроградта ғәс­кәрҙәр араһында Башҡорт авто­номияһы етәкселегенең сәйәсәтен алып барыусы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәр­ҙәрҙең береһе була. Мәҫәлән, Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең 1-се коммунистик конферен­цияһында “Башҡорт хәрәкәте” тигән доклад менән сығыш яһай. Трибунаға сығып: “Мәскәүҙә йыйы­ласаҡ II мосолман коммунис­та­рының съезында мөһим мәсьә­ләләр араһында татар-башҡорт мәсьәләһе алдыбыҙҙа тора. Был мәсьәлә хаҡында “беҙҙән вәкил булып барасаҡ иптәштәргә ҡыҫҡаса ғына материал булһын” тигән уй менән башҡорттарҙың 1917 йылдан башлап һуңғы революцион хәрәкәттәре хаҡында һөйләмәксе булам”, – тигән һүҙҙәр менән башлап Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштең тарихына туҡталып китә, уның маҡсаттарын асып һала. Әйткәндәй, аҙаҡ Әмировтың был доклады, 1920 йылдың февра­лендә, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡанлы донъя күргән “Бәхет көнө” исемле альбом-журналында баҫылып сыға.

Исеме мәңгеләштерелә

Xәлим Әмиров 1920 йылдың февралендә Башҡортостанға ҡайта. Бында ул Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп, элекке вазифаһына тәғәйенләнә.

1920 йылдың мартында Баш­ҡортостан автономияһына ҡаршы кешеләрҙән торған Үҫәргән кантоны РКП(б) комитеты (Ырымбур губкомының йәшерен бойороғо буйынса), Башревкомдың рөхсәтенән тыш, кантондың Советтар съезын үткәреп, яңынан контрревком һай­лай. Съезд тураһында башҡорт ауыл­дарына әйтелмәй, делегаттар күпселек урыҫ ауылдарынан йыйыла. Әҙселекте тәшкил иткән башҡорт делегаттарын ҡорал ме­нән ҡурҡытып, съезда Башҡортос­танға ҡаршы ҡарарҙар ҡабул ителә, Башревкомға буйһонмаҫҡа тигән сығыштар булып үтә. Кантон башҡарма комитетына автоно­мияға ҡаршы кешеләр һайлана, кантон үҙәге Ейәнсура ауылынан Чеботаревка исемле урыҫ ауылына күсерелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Үҫәргән кантонында власть фетнәселәр ҡулына күсә.

Башревком Үҫәргән канто­нындағы ваҡиғалар тураһында хәбәр алыу менән Хәлим Әмиров, Сөләймән Ишмырҙин һәм Ибраһим Исхаҡовтан торған махсус комиссия булдыра. Уның рәйесе итеп Х. Әмиров тәғәйенләнә.

Башревком комиссияһы һалдат­тар менән Үҫәргән кантонына килеп төшә. Хәлим Әмиров тиҙ арала кантон­да тәртип урынлаштыра, Башҡортостан автономияһы власын тергеҙә. Башревкомға буйһон­мағандарҙы ҡулға ала. Коммунис­тарҙың берәүһе Ырымбурға ҡасып ҡотола. “Башревком выслал в усерганский кантон – Чеботаревку комиссию во главе с Амировым и двумя отрядами, первый в сто человек занял Чеботаревку, второй отряд, количество коего не выяс­нено, расположился в районе Чеботаревки. Комиссией арестованы коммунисты: Атанов, Ивашкин, Брозинский, Похлебаев и другие; разоружен военкомат; распущены коммунистические партии вплоть до ячеек...” – тип ошаҡлай Рәсәй транспорт ЧК-һы рәйесе Данилевский Ленин менән Дзержин­скийға. Хәлим Әмировтың Үҫәргән кантоны коммунистарының “арт һабаҡтарын уҡытыуын” ВЦИК-тың Башревком янындағы вәкиле Ф. Самойлов та ҡыйыулыҡ тип баһалай.

25 мартта Башревком Үҫәргән кантонына етәкселекте Xәлим Әми­ровтың үҙенә тапшыра, уны контрревком рәйесе итеп тәғәйенләй. Әммә уның Үҫәргән кантонындағы коммунистарҙы ҡулға алыуы, РКП(б) ойошмаһын ҡыуып таратыуы Башобкомға оҡшамай. Май айында обком Әмировтың эшен тикшереү буйынса конфликт комиссияһын ойоштора. 16 майҙа комиссия Үҫәргән кантоны коммунистарын аҡлап сығыш яһай, ғәйеплене бер йылға партиянан сығарырға ҡарар ҡыла. 18 майҙа үткән Башҡортостан өлкә комитеты пленумы уны бер йылға бөтә яуап­лы вазифаларҙан ситләтергә тәҡдим итә, ләкин Башревком коммунистарҙың ҡарарына әллә ни ҡолаҡ һалып бармай, Хәлим Әмировты “Башглавпродукт” рәйе­се вазифаһына тәғәйенләй. 1921 йылдың авгусынан ул Башоб­комдың Башҡортостан Ревтрибуналы янындағы дәүләт ғәйеп­ләүсеһе (Гособвинитель) урынбаҫары була.

30-сы йылдарҙа Хәлим Әмиров Өфө моторҙар заводында (хәҙерге УМПО) планлаштырыусы булып эшләй. 1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алынып, өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, 1989 йылдың 12 ноябрендә реабилитацияланған.

Әйтергә кәрәк, яңауылдар яҡташтары менән бик ғорурлана. Районда Хәлим Әмировтың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыла.


Автор: Азат ЯРМУЛЛИН
Читайте нас: