Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2021, 12:57

Балыҡсы ырыуы оло ҡор йыйҙы

Башҡорт ырыуҙары йыйыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән Башҡорт тарихы йылына арнап үткәрелә башланы.

Асҡын районында Балыҡсы ырыуы вәкилдәре йыйыны булды. Унда Асҡын һәм Ҡариҙел райондарынан ырыу вәкилдәре, шулай уҡ эксперттар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
Мәғлүм булғанса, Башҡорт ырыуҙары йыйыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән Башҡорт тарихы йылына арнап үткәрелә башланы.
Йыйындың рәсми өлөшө Урмияҙ ауылында үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин тәбрикләне.
Ҡунаҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Балыҡсы ырыуы башҡорттарының тарихи үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль этнографик материалдар, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән йыһазландырылған тирмәне ҡараны.
Шәжәрә һәр башҡорт ырыуы вәкилдәре өсөн айырыуса мөһим мәғәнәгә эйә. Йыйын ваҡытында ҡайһы бер Балыҡсы ырыуы вәкилдәре лә үҙ нәҫеле, ғаиләһенең шәжәрәһе менән таныштырҙы.
Байрам Балыҡсы ырыуының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләгән театрлаштырылған пролог менән асылды. Тамашасылар тарихи осорҙоң бар рухи көсөн сағылдыра алған тамашаны тулҡынланып күҙәтте.
Сара делегаттары, башҡа ҡатнашыусылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына арналған “Без – башҡортлар” фәнни-методик ҡулланмалары менән дә танышты.
Программаға ярашлы, йыйын ваҡытында икенсе майҙандарҙа балаларға тәғәйенләнгән мәғрифәт саралары ла ойошторолдо. Уларҙы “Тамыр” телеканалы, “Аҡбуҙат” балалар журналы әҙерләгәйне.
Йыйын делегаттары 13 кешенән торған ырыу советын һайланы, балыҡсыларҙың гербы менән гимнын раҫланы. Балыҡсы ырыуы башлығы итеп бер тауыштан Наил Хәйруллин һайланды. Беренсе съезд ваҡытында ла ырыуҙаштары уға ышаныс күрһәткәйне.
Ырыуҙар йыйыны штандарты тантаналы рәүештә Уран ырыуына тапшырылды. Тимәк, киләһе йыйын теүәл бер аҙнанан Яңауыл ҡалаһында үтәсәк. Артабан Ҡаңлы, Унлар ырыуҙары йыйындары көтөлә.
Фото: Асҡын районы хакимиәте.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: