Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2021, 16:20

Атайҙыҡы йәл түгел

/

Социаль селтәрҙәрҙә балалары атайҙарының, яҡындарының машинаһын һорамай алып сығып китеп төрлө күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларға, хатта һәләкәттәргә тарыусылар тураһында әленән-әле яҙылып тора. Шуға ҡарамаҫтан, йәштәр ҙә, ата-әсәләр ҙә быны ҡолағына ла элмәй, йәнәһе лә минең балам бер ваҡытта ла улай итмәйәсәк.
Мин дә шулайтып уйланым: әммә бер таҡтанан ғына йөрөгән улым кеше автомобиле менән идара итеп, бер өйөр дуҫтарын ултыртып йылға өҫтөндә боҙ шыуғандар...Ярай әле аҙағы хәйерле бөттө.
Бына тағы бер хәбәр: үҫмер ҡыҙҙар алдында “текә” булып күренәм тип, атаһының лексусын һыуға батырған.
15 йәшлек Юра атаһының ҡыйбатлы машинаһын һорамай алып сығып, ҡыҙҙар ултыртып йылға ярында йөрөмәк булған. Әммә хәлдәр бөтөнләй икенсе боролош алған һәм үҫмерҙәр ултырған шәп машинаны ҡотҡарыусылар саҡ һыуҙан һөйрәп сығарған.
Улының уның мөлкәтенә тейеүен атаһы белмәгән. Ярай әле үҙҙәре имен-һау. Шулай инде үҙең тапҡан мал булмағас, атайҙыҡы йәл түгел...
Гульдар Кадаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/t-rbi/Atay-i-i-y-l-t-gel-660320/
Читайте нас: