Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2021, 13:46

Йәмәғәтселек палатаһы хәлде контролгә алды

/

Башҡортостанда быйыл күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер биләмәһе урынына аҡсалата компенсация биреү өсөн 100 миллион һум аҡса бүләсәктәр.
Ошондай ғаиләләргә бындай компенсация 250-шәр мең һум тапшырыласаҡ. Ошондай суммаға 400 ғаилә дәғүә итә ала.
Был аҡсаны республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бюджет ассигнованиялары сиктәрендә бирә. Йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, хәйриә, ғаилә һәм балалар мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары Алина Хәбирова билдәләүенсә, күп кенә инвалид балаларҙың ата-әсәһе уға, “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” үҙәге директорына, ер биләмәһе өсөн аҡсалата компенсация биреүҙәге ғәҙелһеҙлеккә зарланып мөрәжәғәт иткән. Әлеге көндә был аҡса сиратҡа ярашлы түгел, ә ғаризаларға ҡарап бирелә икән. Ошо Үҙәк исеменән ул республиканың Йәмәғәт палатаһына хат яҙған һәм проблеманың асылын аңлатҡан.
Кисә, 1 февралдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ошо хәл власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында бик ҡыҙыу кимәлдә тикшерелде.
– Республикала күптән иғтибар талап иткән проблеманы – ер биләмәләренә сират мәсьәләһен хәл итеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек тыуҙы, – ти Алина Хәбирова. – Мәҫәлән, Өфөлә 2012 йылдың икенсе яртыһында сират ғәмәлдә туҡтап ҡалғайны. Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер биләмәһе урынына аҡсалата компенсация биреү проблеманы өлөшләтә хәл итергә һәм сираттың оҙаҡҡа һуҙылыуын бөтөрөргә тейеш ине. Әммә ҡағиҙәлә ни өсөндөр ғариза биреү тәртибен индергәндәр. Һөҙөмтәлә 2012 йылдан бирле сиратта торған ғаиләләр был мөмкинлектән файҙалана алмай, ә сиратҡа һуңыраҡ баҫҡандар бындай сертификатты ҡулға төшөргән дә инде. “Кем өлгөрөп ҡала” рәүешендә эш итеү иң яҡланмаған ҡатламды – күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе ҡыйырһытыу булып тора, сөнки балалар сирләп китергә лә, икенсе ҡалала реабилитацияла булырға ла мөмкин, ә ғаризаларҙы Өфөлә бер көн эсендә ҡабул иткәндәр. Һөҙөмтәлә Йәмәғәт палатаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрына хәлде асыҡлауҙы һәм бөгөнгө аҡсалата компенсация биреү тәртибен үҙгәртеүҙе һорап хат менән мөрәжәғәт итте.
Фото:bashinform.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Y-m--t-palata-i-h-lde-kontrolg-aldi-660225/
Читайте нас: