«Өфө инженер селтәрҙәре» йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙе ҡабаттан иҫәпләүгә ҡала халҡынан 20 мең ғариза ҡабул итергә йыйына. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Максим Петров хәбәр итте.
«Әлеге ваҡытта 10 120 ғариза килде, көнөнә 2,5 мең ғариза. Дөйөм суммаһы 35 миллион һумға тиклем кире ҡайтарыу өсөн 20 меңгә яҡын ғариза ҡабул итеү планлаштырыла. Мөрәжәғәттәр 15 мартҡа хәтлем ҡабул ителә», — тип билдәләне «Өфө инженер селтәрҙәре» етәксеһе Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә.
Максим Петров һүҙҙәренсә, 8 февралдән халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыла. Өфөләр яңынан иҫәпләүҙең һөҙөмтәләрен февраль һәм март квитанцияларында күрергә мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1553714/