Аҡса 7 йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһенә, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә һәм ғаиләләге һәр балаға 5 мең һум тәшкил итә.
Декабрҙә Пенсия фонды 2020 йылда 3 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләү йәки 3-16 йәшлек балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләү алған бөтә ғаиләләргә автоматик рәүештә өҫтәмә аҡса күсерҙе.
Әгәр бала 2020 йылдың 1 июленән һуң донъяға килһә йә иһә ата-әсә балаларға аҡса алыу өсөн мөрәжәғәт итмәһә, үҙ аллы ғариза бирергә кәрәк.
Ғаризаны, шул иҫәптән указ сыҡҡас, йәғни 2020 йылдың 18 декабренән һуң тыуған балаларға ла 2021 йылдың 31 мартына хәтлем бирергә мөмкин.
Балаларына аҡса алған ата-әсәләрҙең банк иҫәбе ябылған осраҡта ла ғариза кәрәк. Ғаризаны рус телендә баланың ата-әсәһе, рәсми вәкиле йәки опекуны тултыра.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balalar-a-a-sa-yullau-t-rtibe-654236/