Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2021, 15:41

Апай тауы бейекме?

/

Сәләмәтлек һәм оҙон әүҙем ғүмерлелек йылын Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүселәр ҡыуанып ҡаршыланы: күптән түгел ауылда "Ҙур хоккей" ярышы үтеп, ауыл ағинәйҙәре боҙҙа хоккей уйнап, бар республиканы шаулатһа, әле улар Апай тауына күтәрелеп, теләк теләп, ҡышҡы хозурлыҡҡа һоҡланып ҡайтты.
Был юлы сара "Тауға туристик һуҡмаҡ-2021" тип аталды. Маҡсаты, беренсенән, тауға менеү булһа, икенсенән, теләккә сығыу.
Ауылдың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙары ҡышҡы һуҡмаҡтан Апай тауына күтәрелде. Эвересты яулаусылар кеүек хис итте улар үҙҙәрен.Тәрән һәм шыуғаҡ ҡар тауға үрләүҙә күп ҡаршылыҡтар тыуҙырһа ла, береһе лә үҙ маҡсатынан ситкә тайпылманы. 500, 1000, 1500, 2000 тип үткән аҙымдарҙы билдәләп барҙылар. Маҡсат - 2021!
Апай тауының иң бейек түбәһенә менеп еткәс, ниндәйҙер рухи көс барлығын тойҙо улар. Юғарынан илаһи ҡышҡы хозурлыҡ асылғандай булды, ти сәйәхәтселәр. Тау бейеклеге кешегә шул тиклем рухи көс бирә, ауыл ағинәйҙәре теләк теләне. Халҡыбыҙҙың киләсәге сәләмәт һәм айыҡ булһын, ауылдарыбыҙҙа халыҡ быуын-быуын йәйрәп йәшәһен тип теләне яйыҡбайҙар.
Түбәнге Яйыҡбай ауылы район акцияһына старт бирҙе. Тиҙҙән башҡа ауылдар ҙа "Тауға туристик һуҡмаҡ - 2021" сараһына әүҙем ҡушылыр тип ышаныста ҡала уны башлаусылар.
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух икәнлеген иҫәпкә алғанда, Түбәнге Яйыҡбайҙарҙың был башланғысын башҡалар ҙа күтәреп аласағына ышаныс ҙур.
Фото: Түбәнге Яйыҡбай ауылы сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Apay-taui-beyekme-657317/
Читайте нас: