Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2021, 12:45

Ҡурған башҡорттары туған мәҙәниәтте һаҡлай

Төбәктә 12 меңдән ашыу башҡорт халҡы йәшәй, улар башлыса Сафакүл, Әлмән райондарында төпләнгән.

2021 йылға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре” проектына ярашлы Ҡурған, Ырымбур, Свердлов, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм ХМАО–Юграла төрлө саралар үткәреүҙе планлаштырҙы. Үткән йылда ла был проект Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тормошҡа ашырылғайны.
Быйылғы тәүге осрашыу 27–29 ғинуарҙа Ҡурған өлкәһе вәкилдәре менән ойошторолдо. Төбәктә 12 меңдән ашыу башҡорт халҡы йәшәй, улар башлыса Сафакүл, Әлмән райондарында төпләнгән.
27 ғинуарҙа өлкәнең ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре менән онлайн-кәңәшмә үткәрелде. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы, мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Кисә иһә Ҡурғандың башҡорт йәмәғәтселеге әүҙемселәре менән осрашыу булды.
Бөгөн “Ҡурған өлкәһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге заман” темаһына онлайн тәртиптә “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ике яҡтың министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, тарихсылар, Ҡурған өлкәһенең йәмәғәт, ата-әсәләр ойошмалары әүҙемселәре, урындағы крайҙы өйрәнеүселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова; мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина; мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закирова; Ҡурған өлкәһе мәғариф идаралығы етәксеһе урынбаҫары Иван Хлебников; Урал аръяғы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары Евгений Чердаков; өлкәнең мәҙәниәт идаралығы вәкилдәре, өлкә башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ильяс Бәҙретдинов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, Ҡурған өлкәһе ата-әсәләр ассоциацияһы рәйесе Роза Ғәлиева һәм ике яҡтан да башҡа төрлө ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Сығыштар Ҡурған өлкәһендә эшләп килгән башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау буйынса башҡорт йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә, туған башҡорт телен өйрәнеү буйынса хоҡуҡи мөмкинлектәргә, ата-әсәләр комиссияһы роленә, Башҡортостан менән Ҡурған арһындағы мәҙәни бәйләнештәргә һәм башҡа темаларға арналды. Аралашыу барышында башҡорт телен уҡытыуға ҡағылған ҡайһы бер мәсьәләләр асыҡланды.
Мәҫәлән, Сафакүл, Субботино, Ялан, Абултай ауылдарына башҡорт теле уҡытыусылары кәрәк. Шадринск һәм Ҡурған ҡалаларында башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләһен хәл итергә кәрәклекте, тағы ике ауылда телде өйрәнерлек потенциал бар икәнен дә еткерҙе өлкә вәкилдәре. Шулай уҡ аталған ауылдарҙағы балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнерлек төркөмдәр асыу ҙа яҡшы булыр ине, тигән теләк еткерелде.
Һөйләшеү йәнле генә барып, уңыштар барланды, хәл итә торған мәсьәләләр аталды. Уларҙы киләсәктә ике яҡ дөйөм тырышлыҡ, хеҙмәттәшлек аша хәл итер, тигән ышаныста таралды “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар.
Автор фотоһы.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: