Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2021, 12:36

Тылсымсылар беҙҙең арала

Улар кеүек кешеләр күберәк булғанда, донъя күпкә йәмлерәк!

Салауат ҡалаһындағы супермаркеттарҙың береһендә изге кешеләр тылсымлы таяҡ менән пенсионерҙар өсөн аҡса түләгән.
Уларҙың хәрәкәте лә шулай атала – “Изге кеше”. Был хәрәкәттең эшмәкәрлеге сиктәрендә уның ағзалары оло йәштәгеләрҙең һатып алған әйберҙәре өсөн кассала аҡса түләгән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ – был изге ғәмәлде улар “тылсымлы таяҡ”тар менән башҡарған: был таяҡтарҙы терминалға терәү менән, аҡса түләү башҡарылған. Тылсымдың сере ябай: таяҡтарға ҡәҙимге банк картаһы беркетелгән, улар менән түләү Wi-fi системаһы ярҙамында үтә. Карталар ялтырауыҡ мишура менән ҡапланған, ситтән ҡараһаң, ысынлап та тылсым таяғы ярҙамында аҡса түләү һымаҡ күренә.
Ошондай изге ғәмәлдәр тураһында уҡыһаң, күңел күтәрелеп китә, донъя йәмлерәк тойола. Бер-беребеҙгә, айырыуса, мохтаждарға, өлкәндәргә иғтибарлы булайыҡ!
Фото: ufa­_rb
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: