Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2021, 13:15

Имен-һау үҫ, ҡолонҡай!

Башҡорт аттары ҡышын да ҡурҡмай яланда ҡолонлай.

Социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районында яңы ҡолонлаған бейәне һәм бәләкәсте видеояҙмаға төшөрөп һалғандар.
"Башҡортостандың Әбйәлил районында тыуған ҡолондоң беренсе аҙымдары. Башҡорт ярымҡырағай аттары йыл буйына яланда йөрөй һәм ҡолонлай. Һау үҫ, ҡолонҡай!" - тип бик йылы теләктәрен еткерә автор.
Ысынлап та, башҡорт аты ошондай сыҙамлы булғанға, быуаттар буйына ҡырыҫ шарттарҙа бирешмәйсә, бөгөнгә тиклем һаҡланған.
Эйе, тәбиғәттең үҙ ҡануны. Ҡоролоҡ, йыл ауыр булғанда, ҡырылыу янағанда йәнлектәр, хайуандар үҙ нәҫелен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә һәм игеҙәк итеп быҙаулай башлай тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Быйыл кәбисә йылында йорт малдары араһында ла игеҙ быҙау килтереү осраҡтары йышайған. Таныштарҙың оло йәштәге һыйыры ике быҙау бүләк итте. Әле яңыраҡ Иглин районында билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында шундай хәл күҙәтелде - ул ҡыш тыуған ҡолондо видеояҙмаға төшөргән.
Ошо күренештәрҙән сығып ҡарағанда ла, хайуандар беҙҙән аҡыллыраҡ килеп сыға түгелме?! Хайуандарҙың, икешәр-өсәр юғары белемдәре булмаһа ла, тик үрсеү юлы менән һаҡланып ҡалыу мөмкин булыуын, йәшәүҙең төп мәғәнәһе нәҫел ҡалдырыу икәнен аңлай. Милләтте һаҡлау өсөн дә ошо төп сара бит?!
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: