Алдан хәбәр китеүебеҙсә, бөгөн Борайҙа Елдәк ырыуы башҡорттары йыйыны үтте. Сара Башҡорт тарихы йылына бағышланды һәм тәүге тапҡыр төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын рәсми ҡорға йыйҙы.
Йыйынға президиум вәкилдәре итеп һайланғандар араһында Борай район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов, Башҡорт дәүләт университеты доценттары, тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, билдәле сатира оҫтаһы Марсель Сәлимов бар ине. Съезды тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов алып барҙы.
Йыйынға төньяҡ-көнбайыш башҡорто, ошо ерҙә тыуып-үҫкән билдәле сатирик Марсель Сәлим дә килгән ине. Уның шиғыр һөйләүе, үҙенең китаптарын бүләк итеүе залды йәнләндереп ебәрҙе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: әҙиптең “Мин сүләйем” исеме аҫтында күптән түгел төньяҡ-көнбайыш диалектында яңы йыйынтығы донъя күргән.
Салауат Хәмиҙуллин докладын Елдәк ырыуы башҡорттарының тарихына һәм үҙенсәлегенә бағышланы. “Елдәктәр – үҙенсәлекле күренеш. Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарҙан тыш ҡаҙаҡтарҙа, ноғайҙарҙа ла булған. Ә был ырыуҙан айырылып сыҡҡан елдәктәр башҡорттарҙа ғына бар”, – тине ул һәм ырыуҙың килеп сығыу тарихының ике варианты хаҡында һөйләп ишеттерҙе.
Беренсе вариант буйынса елдәктәр башҡорт ырыуҙарының мәшһүр шәхестәренең береһе Ҡыпсаҡ бейҙән айырылып сыға. Был хаҡта билдәле этнограф Рәил Кузеев та яҙып ҡалдыра.
Икенсе вариант Елдәк исемле тархан хаҡындағы риүәйәткә бәйле. Был тархандың исеме тора-бара ҡыпсаҡтарҙан айырылған ырыуға бирелә тип һанала. Салауат Хәмиҙуллин үҙе был икенсе вариантты күберәк легенда тип атаны. Елдәк ырыуы хаҡында мәғлүмәт рус йылъяҙмаларында ла осрай. 1146 йылдағы половецтар, беҙҙеңсә ҡыпсаҡтар хаҡында яҙғанда, йылъяҙма авторы елдәктәрҙе лә телгә ала. Улар рус йылъяҙмалары тарихында “елтуковецтар” булараҡ һаҡлана.
Тарихсыларҙан тыш, йыйында Елдәк ырыуына ҡараған башҡа райондарҙан килгән делегаттар ҙа сығыш яһаны. Улар башлыса үҙ райондарындағы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының йәшәйеше, улдарҙың тамырҙарын барлау процесының нисек барыуы хаҡында һөйләне.
Дүртөйлөнән Юрис Әхмәҙуллин улар араһында иң олоһо, аҡһаҡалға 79 йәш. “Бындай йыйындар халҡыбыҙға бик кәрәк”, – тине ул һәм үҙҙәренең яғындағы Ҡаҙый хандың тарихын һөйләне, ҡыҙыҡлы сығышын үҙе ижад иткән шиғыр менән тамамланы.
“Йәшлегемдә суын эчеп туя алмадым,
Шуңа сине ташлап китмәдем”, –
тигән әҫәрҙең һуңғы ике юлы барыһының да күңеленә хуш килде.
Йыйында Елдәк ырыуы ойошмаһы булдырылды, уның гербын булдырыу ҡарары ҡабул ителде. Елдәк ырыуын етәкләү бурысы Борайҙан Эльза Шәймиеваға йөкмәтелде.
Белем биреү усаҡтарында балаларға башҡорт телен төньяҡ-көнбайыш диалекты нигеҙендә өйрәтергә, шәжәрә байрамдарын үткәрергә, ырыу йәштәрен Башҡортостан кимәлендә үткән ҙур сараларға ылыҡтырырға, ырыуҙың үҙ сайтын булдырырға, Елдәктең билдәле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштерергә, ата-әсәләр мәктәптә балаларҙың ниндәй тел өйрәнеүен һайлағанда, улар араһында башҡорт теле файҙаһына аңлатыу эштәре алып барырға – ошо һәм башҡа ҡарарҙар ҡабул ителде ултырыш һуңында.
Ырыуҙар йыйыны штандарты Балыҡсы ырыуы вәкилдәренә тапшырылды, был киләһе төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйынын балыҡсылар ойоштора тигән һүҙ. Улар үҙ сиратында барыһын да 5 февралдә үтәсәк сараға саҡырҙы.
“Был йыйын яңы быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләр тигән өмөттәбеҙ”, – тигән һүҙҙәр менән тамамланы съезды Юлдаш Йосопов.
Артабан барыһы ла байрам концерты ҡарап кинәнде. Музыкаль тәнәфестән һуң Борай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гемир Нуретдинов һүҙ алып, йыйынды ойошторған Республика халыҡ ижады үҙәгенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт әйтте.
“Ойоштороусылар бер нисә көн алдан килеп, ойоштороу мәлдәре, сценарий менән ярҙам иттеләр. Йыйындың тәү башлап тап беҙҙә үтеүе менән ғорурланабыҙ”, – тине ул һәм сарала ҡатнашҡан тағы алты район вәкилдәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Делегаттар үҙҙәре әйтмешләй, Елдәк ырыуының йыйынында бөгөн ҡан хәтере яңырҙы, күптәр асылына ҡайтты, тамырҙарын барлауға дәртләнде. Беренсе төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйыны үткән көн – башҡорт тарихында яңы биҙәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.