Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2021, 12:58

“Алдашыу ғаиләбеҙҙе тарҡата алманы”

Бындай ҡатын менән артабан нисек йәшәмәк кәрәк? Ә Мәҙинәнең әхирәте менән һөйләшкәнен ишеткәс, барыһын да аңланы...

Һуңғы осорҙа Мәҙинә менән Мөхәмәттең араларына “ҡара бесәй” үтеп инде, ахыры, тиктомалға эләгешеп китергә генә торалар. Ҡатынының балтаһы һыуға төшкәндәй ҡара янып, өнһөҙ йөрөүе ирҙе сығырынан сығара. “Ни булды, Мәҙинә?“ - тигән һорауына ла йүнле яуап булмағас, ир ҙә үҙенә бикләнде. ”Ҡара һин уны, һаман өндәшмәй, сер бирмәгән була,” - тип эсенән генә көйҙө Мөхәмәт.
Кискә табан ир шулай ҙа түҙмәне, күңелендәген ярып һалды: ”Тәүге мөхәббәтең иҫеңә төштөмө әллә? Әмирҙе әйтәм, алыҫта итек туҙҙырып йөрөй торғас, ауылға ҡайтырға булған, тиҙәр... Беренсе һөйөү тутыҡмай, тип дөрөҫ әйтәләрҙер, күрәһең”. Иренең нахаҡҡа ғәйеп ташлауын күтәрә алмаған ҡатын иларға, аҡланырға тотондо. Мәҙинә үҙенең хаҡлылығын иҫбатлаған һайын, ир ярһыны ғына.
Бындай ҡатын менән артабан нисек йәшәмәк кәрәк? Ҡайҙа булды уның көләкәс, йор һүҙле һөйгәне? Сәбәбен әйтһә, еңелерәк булыр ине лә бит. “Өндәшмәй турһайып йөрөгәс, тимәк, миңә ышанмай, һанға һуҡмаҫҡа тырыша,” - тигән һығымта яһаны ир. Шулай ҙа тап бөгөн кис Мәҙинә менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау маҡсатында эштән әҙерләнеп ҡайтты.
Үкенескә ҡаршы, кәрәк сағында уныһы өйҙә булмай сыҡҡас, ирҙең йәне көйҙө. Мөхәмәттең телефондан шылтыратыуына ҡатыны “хәҙер ҡайтып етәм, мин Әлиә янында”, тип яуапланы, тик үҙенең кеҫә телефонын һүндерергә онотто. Ир әхирәттәрҙең күгәрсендәй гөрләшеүҙәрен тыңламай ҡалдыра алманы, “ҡыҙыҡ, нимә тураһында гәпләшерҙәр икән”, тигән уй барыһын да еңде.
Әхирәтенең: ”Һин шулай оҙаҡ өндәшмәй йөрөргә уйлайһыңмы?” - тигән һорауына ҡатыны: ”Әйтә алмайым мин уға, аңламаясаҡ ул, әрләйәсәк. Ташлап китеүе лә ихтимал”, - тип яуаплағас, ирҙең теҙҙәре ҡалтыранып киткәндәй булды. “Иң яҡшыһы, бөтәһен дә һөйләп бирергә һәм тынысланырға кәрәк һиңә, әхирәт. Тормошто алдашыуҙан башлау хәйерлегә килтермәҫ”, - тип кәңәш бирҙе Әлиә.
Бына һиңә мә! Нимә тип алдашып, төп башына ултыртмаҡ булып йөрөй икән Мәҙинә? Артабанғы һөйләшеүҙе тыңлауҙан һуң иргә үҙенең ҡаты яңғылышыуын аңлап, тәрән көрһөнөргә тура килде.
"Мөхәмәт танышҡандан алып үҙенең бала теләмәүен белдерҙе, был хаҡта хатта иҫкәртте. Ә мин шул тиклем сабыйҙар үҫтерергә теләйем. Дарыуҙар эсеүҙе туҡтаттым, бына һиңә һөҙөмтәлә - игеҙәктәр! Нисек әйтәйем уға, мин алдаҡсы булып ҡалдым,” - тип үкһене Мәҙинә.
Ҡатыны илай, ә Мөхәмәткә йән инде, телефонын һүндерҙе. Бер яҡтан, ҡатынының хыянатсы булмауы рәхәтлек бирһә, икенсенән, бала табып үҫтереүҙе алдағы биш йылға индермәү планының емерелеүе күңелде ҡыра. “Ярай әйҙә, тыуһындар, атайһыҙ үҫмәһендәр”, - тип ризалашты ир эсенән.
Ҡатынының алдашыуын да ғәфү итте, Мәҙинәнең элеккесә күңелсәк, яғымлы хужабикәгә әүерелеүенән ҡәнәғәтлек кисерҙе. Хәҙер бәхетле атай игеҙәктәре Зилә менән Дилә янына осоп-ҡунып тигәндәй ҡайтып инә, элекке Мөхәмәтте танырлыҡ та түгел. Ул үҙенең хатаһын аңланы.
Фото:malyutka.net
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: