Хәйбулла хәбәрҙәре
-11 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2021, 16:53
"Зинһар, ярҙам итегеҙ, һеңлем юғалды..."
/
"Зинһар, ярҙам итегеҙ, һеңлем юғалды, - тигән үтенесле яҙма урынлаштырған Лариса Ларина үҙенең сәхифәһендә. - Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында 2003 йылғы һеңлем Зиннәтуллина Ангелина Владислав ҡыҙы юғалды. 27 ғинуарҙа өйҙән катокка тип киткән еренән ғәйеп булды ул, әлегә тиклем ҡайҙалығы билдәһеҙ. Катокка ла барып етмәгән, телефоны ла һүнгән.
Һеңлемдең буйы 152 сантиметр, сәстәре ҡара, иңбашҡа тиклем, күҙҙәре һоро. Өҫтөнә ҡара куртка, күк джинса салбар, шапка кейгән. Уны күреүселәр булһа, әсәйемдең телефон номерына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ: 89174873717, 79625415398. Оксана. Мөмкин тиклем ошо мәғлүмәтте таратыуығыҙҙы үтенәбеҙ".
Ангелинаны күреүселәр йә уның ҡайҙалығы хаҡында берәй мәғлүмәткә эйә булыусылар үрҙә теркәлгән телефон номерына шылтыратыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Фото Л.Ларина.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Zin-ar-yar-am-itege--e-lem-yu-aldi-652051/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?