Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2021, 13:50

ҠЫСҠЫРҒАНЫ ӨСӨН ШТРАФ ҺАЛҒАНДАР

/

Һамар өлкәһендә төнгө тынлыҡты боҙоп, ярҙам һорап саҡырғаны өсөн бер ҡатынға күршеләре полиция саҡырта.
Тәртип һаҡсылары килә лә, күршеләрен тауышланып йоҡоларынан уятҡаны өсөн уға штраф һала.
Һуңғараҡ, хужабикәнең дауаханаға барғас, ни өсөн ҡысҡырғаны билдәле була. Баҡһаң, ғаилә башлығы ул төндө ҡатынын күккә батырғансы туҡмай. Тегеһе иһә сараһыҙлыҡтан ярҙам һорай. Тик ни өсөн ҡанһыҙ ир ҡулына эләккән гүзәл затҡа күршеләре лә, тәртип һаҡсылары ла ярҙам итер урынға, ярҙан эткәндәр. Быныһы әлегә билдәһеҙ.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/is-ir-ani-s-n-shtraf-al-andar-648908/
Читайте нас: