Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2021, 13:25

Тағы ла бер хәүефле пансионат ябылған

/

Өфө ҡалаһының Калинин район суд приставтары өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән шәхси пансионаттың эшен сикләне. Пансионат Өфө ҡалаһының Азов урамындағы ике ҡатлы йортта урынлашҡан булған.
Пансонатта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса талаптар үтәлмәгән. Шуға ла прокуратура органдары уның эшен туҡтатыуҙы талап итеп судҡа мөрәжәғәт итә, ә Калинин районы суды иһә был талапты ҡәнәғәтләндерә.
Суд приставтары пансионатҡа барғас, унда йәшәгәндәрҙең туғандарын асыҡлай. Һөҙөмтәлә ҡайһы берәүҙәре яҡындарына тапшырыла, ҡалғандары ваҡытлыса йәшәү урынына урынлаштырыла.
Әгәр ҙә пансионат етәкселеге законһыҙ эшмәкәрлеген дауам итһә, ул саҡта енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Федераль суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, объект ведомство күҙәтеүе аҫтына алынған.
Фото: ФСП-ның БР буйынса идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ta-i-la-ber-h-efle-pansionat-yabil-an-647888/
Читайте нас: