Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2021, 15:23

Өләсәйҙәр отҡан аҡсаларына урын тапҡан

/

Өфө районының “Михайловка өләсәйҙәре” ансамбле Тиматиҙан отоп алған бер миллион һум аҡсаһын нимәгә тотонорға булған? Ижади коллектив бер тауыштан хәйриә менән шөғөлләнергә теләген белдергән. Улар Өфө пансионаттарының береһенә һыуытҡыс һәм кер йыуыу машинаһы алып биргән.
Пансионат етәкселеге ярҙам өсөн ижади коллективҡа ҙур рәхмәт белдергән. Учреждениела ике тиҫтәгә яҡын өлкән кеше йәшәй.
- Көнкүреш техникаһы тиҙ сафтан сыға, сөнки кер йыуыу машинаһы туҡтауһыҙ тигәндәй эшләй. Һыуытҡысҡа ла бик шатбыҙ, аҙыҡ-түлек күп. Айырыуса уның кәрәклеге йәйге көндәрҙә ныҡ һиҙелә, - ти ололар өсөн пансионаттар селтәре идарасыһы Сергей Козырев.
"Ололарға ярҙам итә алыуыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ,- ти “Михайловка өләсәйҙәре” ижади коллективы ағзаһы Валентина Георгиева. - Оҙағыраҡ, һәйбәт шарттарҙа йәшәһендәр. Уларға сәләмәтлек теләйбеҙ!"
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/l-s-y-r-ot-an-a-salarina-urin-tap-an-646591/
Читайте нас: