Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2021, 01:31

“Ер һүҙе” проекты – туған телдәр һағында

Бөгөн “Ер һүҙе/Онлайн” халыҡ-ара проектының рәсми ютуб-каналында “Туған телдәр – мәҙәниәтте һаҡлау һәм тапшырыу сараһы” тип аталған асыҡ фәнни-ғәмәли форум үтте.

Бөгөн “Ер һүҙе/Онлайн” халыҡ-ара проектының рәсми ютуб-каналында “Туған телдәр – мәҙәниәтте һаҡлау һәм тапшырыу сараһы” тип аталған асыҡ фәнни-ғәмәли форум үтте. Был сара Башҡортостан Башлығының республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына тормошҡа ашырылған “Ер һүҙе/Онлайн” халыҡ-ара һанлы белем биреү кинопроектына ярашлы ойошторолдо.
Форум барышында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡағылышлы проблемалар, ғаиләлә һәм йәмғиәттә билингвизм (ике теллелек) күренешенең үҙенсәлектәре, туған телдәрҙе һаҡлауҙа һәм киңерәк таратыуҙа заманса технологияларҙы ҡулланыу мәсьәләләре күтәрелде.
Сараны башҡорт милли сәнғәтен популярлаштырыу менән шөғөлләнгән кинопродюсер Леонид Филинов алып барҙы. Форумды ойоштороу маҡсаты, республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған проекттың төп асылы, үҙенсәлектәре тураһында билдәле кинорежиссер Булат Йосопов һөйләп үтте. “Беҙ әлеге проект һәм, ғөмүмән, үҙебеҙ алып барған эшмәкәрлек, төшөргән фильмдарыбыҙ ярҙамында мәҙәниәтебеҙҙе, туған телдәрҙе һаҡлауҙы, уларға ҡарата һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ. “Ер һүҙе/Онлайн” кинопроектына ярашлы төрлө телдәрҙә фильмдар төшөрөлдө. Кеше туған теле аша үҙенең тамырҙары, мәҙәниәте менән бәйләнеште тоя. Әммә был эштә фәнни ҡараш та кәрәк. Һәр ижади эштең ғәмәли файҙаһы, ғәмәли тәғәйенләнеше булырға тейеш. Шуға күрә бөгөн беҙ ғилми мөхиттең – ғалимдарҙың, тел белгестәренең, тарихсыларҙың фекерен ишетеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ”, – тине Булат Тимербай улы.
Артабан Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимы Зиннур Сиразетдиновтың, ошо уҡ институттан тарих фәндәре кандидаты Эльза Миһранованың, Мәскәү ҡалаһындағы М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәҙуллинаның, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосоповтың һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың сығыштары тыңланылды.
Форум барышында башҡорт һәм башҡа халыҡтар телдәрендәге кино сәнғәтен үҫтереү һәм уны туған телдәрҙе, мәҙәниәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтеү алымдарына бәйле экперттар ҡатнашлығында йәнле фекер алышыу ойоштолдо. Сараны онлайн алымда ҡараусылар үҙҙәренең һорауҙарын бирә, тәҡдимдәрен еткерә алды.
Башҡортостан Башлығының грантына тормошҡа ашырылған “Ер һүҙе/Онлайн” халыҡ-ара һанлы белем биреү кинопроектына ярашлы төшөрөлгән фильмдар менән “Бәйләнештә” селтәрендәге махсус төркөмдә танышырға мөмкин (https://vk.com/slovozemli).
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: