Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2021, 00:42

Аҡъюл ауыл биләмәһе халҡы район хакимиәте башлығы менән осрашты

Сара барышында Рөстәм Шәрипов Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Абдуллин Хисам Усман улын юбилейы менән тәбрикләне

Ғәлиәхмәт ауылында граждандарҙың район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашыуы үтте.


Иң тәүҙә ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков үткән йылға йомғаҡтар яһаны. Унда ауыл биләмәһенең бюджет үтәлешенә, төҙөкләндереү эштәренә, социаль өлкәгә ҡағылышлы ҡыҫҡаса отчет бирелде. Шулай уҡ, осрашыуҙа халыҡ үҙен борсоған һорауҙарын күтәрҙе. Улар буйынса тейешле наказдар ҡабул ителеп, ниндәй өлкәгә ҡағылышлы булыуына ҡарап эшкә ебареләсәк һәм киләһе йыл граждандар алдында отчет биреләсәк.
Осрашыу барышында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе, Аҡъюл ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Абдуллин Хисам Усман улын 85 йәше менән ҡотлап үтте һәм бүләктәр тапшырып үтте.
Хисам Усман улына оҙаҡ йылдар ауыл мәнфәғәттәре өсөн эшләгәненә рәхмәт һүҙе белдерелде.
Читайте нас: