Быйыл Ҡоролтай тағы ла яңы, үҙенсәлекле проекттарға нигеҙ һала. 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы девизы аҫтында үтәсәк. Ошо айҡанлы йәш быуында тарихҡа, үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән «Төньяҡ Амурҙары» проекты тормошҡа ашырыласаҡ, Ырыуҙар ҡоро уҙасаҡ. Тәүге йыйын ғинуар аҙағында Борай ауылында үтә, унда Елдәк ырыуы вәкилдәре осраша. Елдәктәр, Борай районынан тыш, Саҡмағош, Нуриман, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел райондары биләмәһендә йәшәй.