Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2021, 16:03

“Вся Уфа” iPhone 12 бүләк итә!

Ҡиммәтле гаджет отҡоң килһә, конкурстың шарттары менән таныш.

“Вся Уфа” телеканалы 12-се айфон уйната! Был конкурста бар республика халҡы ҡатнаша һәм ҡиммәтле бүләкле була ала.
Уйындың шарттары бик ябай. Ни бары Google Play йәки AppStorе аша “Вся Уфа” телеканалының мобиль ҡушымтаһын үҙ телефоныңа күсерергә, ҡушымтанан каналдың тура эфирҙа барған тапшырыуы экранын фотоға төшөрөргә (скриншот) эшләргә. Артабан был экран һүрәтен Instagram-дағы сәхифәңә һалырға һәм “ОГО, ВСЯ УФА ДАРИТ 12 АЙФОН” тип яҙырға ла, @vsyaufatv сәхифәһен билдәләргә, яҙмаға репост яһарға һәм сторисҡа ҡуйырға, шулай уҡ унда ла @vsyaufatv сәхифәһен билдәләргә, #всяуфавтвоихруках тигән хештег ҡуйырға кәрәк.
Шуныһы мөһим, уйын барған осорҙа, конкурс редакцияһы ҡатнашҡанығыҙҙы асып ҡарай алһын өсөн, Инстаграмдағы сәхифәгеҙ асыҡ булырға тейеш.
Конкурстың еңеүсеһе Ғашиҡтар көнө алдынан, 12 февралдә “Вся Уфа” телеканалының тура эфирында асыҡланасаҡ. Был турала анығыраҡ белгегеҙ килһә, каналдың сайтындағы мәғлүмәтте ҡарай алаһығыҙ: https://www.allufa.ru/mobileapplication/
Фото: "Вся Уфа".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: