Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2021, 16:09

Урам һепереүсе етәксеһенән нимә һораған?

Юра Ветлугинға ҙур фирмаларҙан рекламаға төшөргә тәҡдимдәр килгән. Модель агентлыҡтары ла Юра менән эшләргә теләй. Өҫтәүенә...

Социаль селтәрҙәрҙә ябай урам һепереүсе Юра Ветлугиндың ямышы менән бик әүҙем ҡыҙыҡһыналар. Күршеһе Роман Филиппов, дуҫтары менән йыйылып, Юраға ҡиммәтле костюмдар кейҙереп профессиональ фотосессия үткәргәс, ул бик популяр булып китте. Етмәһә, яҡташыбыҙ Голливуд йондоҙона бик ныҡ оҡшаған.
Юраның яҙмышы бик ауыр, етем үҫкән. Өсөнсө төркөм инвалиды, йыуаш, тиҙ ышаныусан кеше икән. Шул сәбәпле йыш ҡына мутлашыусылар тоҙағына эләккән. Улар арҡаһында күтәрә алмаҫлыҡ кредиттарға батҡан. Ошо бурыстарҙы ҡаплау маҡсатында фотосессия яһайҙар ҙа инде, егеттең ауыр яҙмышы хаҡында пост яҙып, аҡса йыйыу ойошторалар.
Әле килеп, ике көн эсендә Юра интернет киңлегендә билдәлелек яуланы. Бар донъянан халыҡ уға ярҙам итергә теләп аҡса күсерә. 700 мең һумға яҡынлыҡ кредитын ҡаплағандар ҙа инде. Әммә, аҡса етте, бурыстар ҡапланды, тигән иғлан бирһәләр ҙә, ярҙам килеүен дауам итә. Шуға ла ҡалғанын Юраның 12 квадрат метрлыҡ бүлмәһендә ремонт эшләп, яңы телевизор алыуға тотонорға ҡарар иткәндәр.
Ысынлап та, Филипповтың фотоларынан һуң урам һепереүсенең яҙмышы ҡырҡа боролош яһаны. Уға хәҙер ҙур фирмаларҙан рекламаға төшөргә тәҡдимдәр килгән. Модель агентлыҡтарынан да Юра менән эшләргә теләк белдергәндәр.

Интернет йондоҙо булып киткәс, Юраға хатта чиновниктар ҙа иғтибар итә. Үҙе эшләгән идаралыҡ етәксеһе кабинетына сәйгә саҡырған. Шуныһы ҡыҙыҡ: Юра унан бар урам һепереүселәрҙең дә махсус кейемен яңыртыуҙы һораған, тип яҙа RG.RU хәбәрҙәр порталы.
Фото: Р. Филиппов.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: